Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль , 15:54

УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында

Үҙ ваҡытында Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ Радий Хәбиров тәүге бурыстарҙың береһендә муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырыуҙы билдәләне. Һǝм торлаҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтен уйлау һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был маҡсат, ǝлбиттǝ, йәшәү сифатын яҡшырта. Беҙҙең осраҡта һүҙ парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын төҙөкләндереү, яҡшы үҫешкән инфраструктура һәм мәҙәни сараларҙың уңайлылығы хаҡында бара. Ошо йәһәттән бөгөн беҙ Салауат майҙаны, уның бөгөнгөһө, тарихы хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ.

УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында
УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында

Баҙар майҙанынан башлана

Һуңғы биш йылда был йүнәлештә күп эштәр башҡарылды. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2019 йылдан алып республикала 683 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән.

Шуныһы мөһим: бөтә проекттар ҙа халыҡтың ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта тарихи мөхитте һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленә.

Стәрлетамаҡ та был йәһәттән ситтән тороп ҡалмай. Бөтә Башҡортостан өсөн дǝ өлгө булып тора. Стǝрле йылғаhы яр буйын, Ашҡаҙар йылғаhы ҡала пляжын төҙөкләндереү, сауҙагәр Патрикеевтың килем йортон реставрациялау һәм һуңғы йылдарҙағы башҡа күп кенә эштәр ҡаланың тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуға ярҙам итте. Шул уҡ ваҡытта бай тарихлы ҡала үҙенең архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалды.

Бындай комфорт йәмәғәт мөхитен булдырыуҙың сағыу миҫалы булып “Салауат” кинотеатры артындағы скверҙы төҙөкләндереү буйынса программа тора.
ХХ быуат башында бында баҙар майҙаны урынлашҡан. Әммә революциянан һуң бында ҙур участкалар бушап ҡала. 1930 йылдар башында яңы власть майҙандың көнсығыш яғын (хәҙерге “Салауат” кинотеатры артында) М.Горький исемендәге балалар паркына тапшыра.

1960 йылдарҙа уны клумбалар һәм гипс скульптуралары менән биҙәйҙәр. Әлеге көндǝ буш торған “Салауат” кинотеатры урынында хатта өçтө ябыҡ ағас сәхнә лә булған. Иçлǝйhегеҙме, бындай сәхнәлә “Покровские ворота” фильмда Велюров тамашасыларҙы үҙенең куплеттары менән ҡыуандыра.

64 миллион һумлыҡ проект!

Әммә ваҡыт совет монументализмы осорондағы гипс мираҫын аямай. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарында сквер яңы реставрация кисерә. Уны ул дǝүерҙǝге модала композициялар: мозаика паннолар менән биҙǝлгǝн стеналар, крокодил рәүешендә бүрәнә ағас эскәмйәләр, бетондан ҡойолған “тауыҡтар”, “себештǝр” һәм “үгеҙҙәр” менән биҙәйҙәр. Әйткәндәй, һуңғылары бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған. Әммә күпселеге ваҡыт үтеү менән емерелеп бөттө.

Ҡырҡ йыл самаһы үткәс, 2020 йылда сквер яңынан капиталь реставрациялана. Уны төҙөкләндереү бюджеты 64 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. “Проект Плюс” һәм “Уралагротехсервис” ойошмалары ҡыçҡа срокта скверға яңы ҡиәфәт бирә.

Проектты тулыһынса тормошҡа ашырғанда парктың кәртәhе бǝтөнләй алмаштырыла. 60 урынлыҡ автотуҡталҡа барлыҡҡа килә. Шул иҫәптән инвалидтар өсөн 6 урын, яңы кесе архитектура формалары, эскәмйәләр, урналар, декоратив аркалар, ағас беседка-пергола, яҡтыртылған майҙансыҡ, декоратив рамкалар, урам проекторҙары, телефондарҙы зарядлау өсөн автоматтар, гранит һындар, евроконтейнерҙар, бәҙрәф, видеокүҙәтеү камералары, урам яҡтыртҡыстары ҡуйыла. В.И. Ленин һәйкәле ремонтлана (әйткәндәй, был ҡалабыҙҙағы иң беренсе һәйкәл). Йәшелләндереү тураһында ла онотмайҙар. 117 ағас үҫентеһе һәм 548 ҡыуаҡ ултыртыла, яңы тротуарҙар, газон япмалары, сәскә түтәлдәре йыһазландырыла.

Ил кимәлендәге сара үтә!

Кинотеатр алдындағы скверҙың көнбайыш өлөшө менән бергә (элек был ике сквер булған: “Балалар” һәм “Спорт” скверы тип аталғандар) уның көньяҡ өлөшө ҡала халҡының яратҡан урындарының береһе булып тора. Йәйге кистǝрҙә һәм ял көндәрендǝ бында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә ял итергә ярата. Бында үҙешмәкәр йырсылар һәм музыканттар сығыш яһай, брейк-данс hөйөүселǝре ярыша, ата-әсәлǝр балалары менән йөрөргә сыға.

Шулай уҡ сквер “Купец 2.0” ҡунаҡсыллыҡ фестивале майҙансығына ǝүерелде. Бында йылына бер тапҡыр ҡаланың ғына түгел, ә республиканың, күрше өлкәләрҙең, хатта яҡын сит илдәрҙең һөнәрселәре һәм оҫталары йыйыла. Шулай итеп, сквер ҡала халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһе булып китте. Әйткәндәй, фестиваль быйыл өс көн дауамында барасаҡ. Ул 16 август башлана. Боронғо сауҙагәрлек, сауҙа мөхитен сағылдырған Фестиваль сиктәрендә илдең төрлө төбәктәренән оҫталар, билдәле шәхестәр киләсәк. Сауҙа, оҫталыҡ дәрестәре, музыкаль саралар ойоштораласаҡ.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН.
Фотолар автор архивынан һәм Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында
УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында
УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында
УҢАЙЛЫ МӨХИТ БУЛДЫРЫП Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу тураһында
Автор:
Читайте нас: