Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль , 16:53

Башҡортостанда 50 күп балалы ҡаты-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостанда биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһы Башлығының тейешле указына 2024 йылдың 8 июлендә ҡул ҡуйылған һәм бөгөн рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Башҡортостанда 50 күп балалы ҡаты-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде
Башҡортостанда 50 күп балалы ҡаты-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Бүләкләнеүселәр араһында Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы, Хәйбулла, Шишмә, Шаран райондарынан һәм Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан әсәләр бар.

Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был награда, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-07-26/bash-ortostanda-50-k-p-balaly-aty-y-s-lek-dany-mi-aly-men-n-b-l-kl-nde-3862935

 

Автор:
Читайте нас: