Блиндаж
Арлы-бирле урман янғындары ла салына күҙгә, йә бөтөнләй дөм ҡараңғылыҡҡа килеп юлығабыҙ. Төндәрен бында үтә ҡараңғы тиҙәр егеттәр, ул ҡапыл төшә, беҙҙәге һымаҡ оҙаҡ эңер-меңерләп тормай, шуға подразделение ҡарамағына тиҙерәк барып етеү хәйерле.
Бер нисә блокпост үтеп, “Башҡортостан” торған урынға килеп туҡтайбыҙ, ниһайәт. Арытылған, яҡташтар киске аш тәҡдим итеүгә ҡарамаҫтан, аш-һыу, тәьминиәт өсөн яуаплы егеттәрҙең береһе “Иса” күрһәткән урындарға ауабыҙ. Әле Өфөлә саҡта был яҡтарҙа журналист булараҡ йыш командировкаға йөрөгән Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзите баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов әйткән һүҙҙәр иҫкә төшә: “Иң шәп материал урындан, хәрби подразделение торған ерҙән, окоп-блиндаждан яҙыла...” Осраҡлы түгел, бөгөн ысын мәғәнәлә блиндажда йоҡлаясаҡбыҙ! Әрме тәжрибәһе иҫкә төшөп (кем уйлаған тәжрибә шулай кәрәгер тип), ятыр урын хәстәрләнелә. Уңайлылыҡ-уңайһыҙлыҡ хаҡында уйларға ваҡыт та, форсат та юҡ, теләк тә юҡ, иң мөһиме: хәүефһеҙлек бөгөнгә!..
Уныһы инде айырым һүҙ, тынлыҡ, тынлыҡты ярып әленән-әле шартлау-атыу тауыштары ишетелеп ҡала. Эргәлә генә... Тупраҡ ҡойола, ҡойола һымаҡ... Ярай, блиндажда командировкаға килгән егеттәр – үҙебеҙ генә түгел, яугирҙар менән бер һикелә йоҡларға яттыҡ. Кемдер хәрби заданиенан ҡайтып ятҡан, кемдер иртәгә юлға сыға... Улар йоҡлай, һәммәһе. “Мәскәй әбей” (дошмандың шартлатҡыс беркетелгән осоусы аппараты) блиндаж өҫтөнә төшһә, сығып өлгөрөп булмай тип әйтәләр ине... (Башҡа әллә ниндәй уйҙар килә.) Ә бында егеттәр тыныс ҡына йоҡлай. Тимәк, артыҡ борсолорға урын юҡ тип беҙ ҙә күҙҙәрҙе йомабыҙ...
...Нисек төн биләп алды, таң да шулай тиҙ хасил булды. “Башҡортостан” полкы ҙур, барыһын күреп, һөйләшеп, фотоға төшөрөп өлгөрөргә кәрәк. Шуға иртә менән юлланырға ҡарар иттек батальондарға. Һәр кемдең – үҙ маршруты, үҙ заданиеһы. Миңә – “буханка”ла барырға. Беркетелгән офицер “УАЗик”тың ишеген асып ебәреп, көр тауышы менән сәләмләй. Мыҡты кәүҙәле, ҡара сәсле яугир. Башҡорттор, тимәк, үҙебеҙҙең егет!
– Сәләм, “Эмир” булам. Бөгөн беҙ бергә йөрөйәсәкбеҙ.
“Эмир”... Таныш исем. Көнсығыштағы әмирлектәрҙән сығып түгел, әлбиттә. Махсус хәрби операция башланғас, һалдаттарыбыҙ тураһында позывнойҙары менән яҙа башланыҡ, ә был исемде ишеткән бар ҡайҙалыр. Тик иҫкә төшмәй... Хәйер, бында күптәрҙә уртаҡ позывной, бәлки гәзиттә сыҡҡан мәҡәләлә уҡығанмындыр.
Мин хәтер һандығын аҡтарған бер мәлдә “Эмир” машинала урын күрһәтеп, Стәрлетамаҡтан егеттәргә тип алып килгән мәктәп уҡыусыларының хаттарын, маскировкалау селтәрҙәрен, балды батальондарға алып барырға тейәп тә ҡуйғайны инде.
Ҡуҙғалдыҡ
– Ныҡлы тотон, шәп барырға кәрәк, тәҙрәнән юлды, ҡырҙы, һауаны ҡарап бар! Башыңды сығарма! Уяулыҡ тәү сиратта! – тип иҫкәртеп-киҫәтеп ала хәрби офицер.
Юлды, ҡырҙы, һауаны... Бер юлы... Ике күҙ менән... Хәйер, һуғыш яланы, күп уйлап, баш ватып торорға ваҡыт юҡ. Дошмандың осоусы аппараты етеҙ ҙә, күп тә, һағалап ҡына торалар, шуға, күҙең нисәү булыуға ҡарамаҫтан, барыһын да күрергә, күреп өлгөрөргә кәрәк. Ошонда егеттәребеҙҙең хәрби юлы, бурысы, көндәлек эше күҙ алдына баҫа. Ә бит улар, юл, ҡыр һәм һауаны күҙәтеүҙән тыш, ошо мәлдә дошманды юҡ итергә, тел алырға, объектты шартлатырға – ғөмүмән, хәрби задание үтәргә тейеш! Уяулыҡ та, ҡыйыулыҡ та, сыҙамлыҡ та кәрәк! Һис шикһеҙ, һәммәһе лә – герой уларҙың!
Журналист бурысын үтәп, юл ыңғайы “Эмир” менән әңгәмә ҡорабыҙ: ни өсөн ил һағына баҫырға булған, ҡайһы яҡтан, кем булып эшләгән?..
– Стәрлетамаҡтанмын. Полк булдырылғандан алып дошман менән алышабыҙ...
– Туҡта, туҡта! Һин бит Ҡарлыман тимер юл станцияһы начальнигы, өс бала атаһы, шулаймы?
– Эйе.
Ниһайәт, “ҡылт” итеп иҫкә төшә! Бына бит был исемде ҡайҙа ишеткән бар...
... Февраль айы ине. Өҫтәрәк телгә алып үткән коллегам Вәдүт Исхаҡов сираттағы командировкаларының бе-реһенән һуң “Башҡортостан” гәзитендә нәҡ “Эмир” хаҡында мәҡәлә яҙып сыҡты. Мәҡәлә сыҡҡан гәзиттәрҙе геройға тапшырыу бурысы миңә йөкмәтелде. Ул саҡта “Эмир” ҡаты яраланыуынан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһында дауаханала дауалана ине. Телефондан аралашып, гәзиттәр алып барылды. Герой менән күрешергә лә теләк бар ине, әммә, дауахана сикләүҙәренә ярашлы, осрашып булманы, шулай ҙа һуңынан, коллегам Эльдар Фәттәхов уның үҙе һәм ғаиләһе хаҡында “Ашҡаҙар” гәзитендә 1 март – Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап ҙур мәҡәлә яҙып сыҡты. Әлбиттә, ғорурлыҡ уятҡан герой менән осрашыу үҙе бер ҙур ваҡиға журналист өсөн, ләкин, үкенескә ҡаршы, был мәлдә лә осрашыу килеп сыҡманы... Һәм бына көтмәгәндә Хоҙай геройыбыҙ менән фронттың үҙендә осраштырҙы! Шулай, тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай, тиҙәр шул.
Беҙҙекеләр
Ғөмүмән, һүҙ ыңғайы шуныһын да билдәләге килә: командировка мәлендә Стәрлетамаҡтан күптәрҙе тап иттем, улай ғына ла түгел, араларында аралашып йөрөгәндәр, күрше генә йортта йәшәгәндәр ҙә бар ине хатта. Быға ғәжәпләнергәме? Юҡ, һоҡланырға, ғорурланырға кәрәк, минеңсә! “Эмир”, “Башҡорт” “Янтарь”, “Полик”, “Поэт”, “Муса”... Барыһы ла беҙҙекеләр, стәрлетамаҡтар, ғорурланабыҙ, Еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!
– Беләһеңме, мин сығышым менән Ғафури районынан булһам да, Ҡаҙағстанда үҫтем, Рәсәй армияһында хеҙмәт итер өсөн әллә күпме документ юлларға тура килде, сөнки Ватанды, Кесе Ватанды һаҡлау – минең өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, шуға үҙем теләп хеҙмәт иттем һәм әле лә үҙем теләп ил һағына баҫтым, – тип бәйән итә яугир.
...Юлда һибелеп ятҡан гильзаларҙы иҙеп, шартлауҙарҙан, танк эҙҙәренән хасил булған соҡорҙарҙы һикерә-һикерә, тәгәрмәстәре тейгән ерҙә тейеп, теймәгәнендә теймәйенсә, юл ситендә янып ятҡан, янып бөткән хәрби техника, автомобилдәр янынан арыу-талыу белмәй “Буханка” елдерә. (Рәсәйҙең ҡеүәтле техникаһы һоҡландыра ошо мәлдә: ә бит күпме ошондай юлдар үтә, фронт һыҙығына һалдаттарҙы алып бара, яралыларҙы алып сыға, ҡорал, аҙыҡ-түлек ташый ул!) Күҙҙәр юлды, ҡырҙы, һауаны абайлай, ҡулдар рулдә һәм тотҡала – “Эмир” менән әңгәмәне дауам итәбеҙ.
– Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә, ҡатыным да етәксе – эш хаҡы етерлек, балалар үҫеп килә. Ләкин бармай ҡалһам – үҙемде кисерә алмаҫ инем. Белмәйем, бәлки Советтар Союзы шауҡымында тәрбиәләнгән быуын вәкиле булғанғамындыр, бәлки, был ҡандан киләлер. Бигерәк тә бындағы хәлдәрҙе – урындағы халыҡты йәберләүҙәрҙе, иҙеүҙе күреп, ҡулға ҡорал алдым, – шулай аңлайышлы, еңел генә һөйләй “Эмир” һайлаған юлы хаҡында. Тик хеҙмәте генә еңел түгел, әлбиттә. Хәүеф-хәтәр уны әлегеләй сәфәр мәлендә генә һағалап тормай, беҙ батальондарҙы урап сыҡҡас, уға башҡа задание йөкмәтелде һәм әле генә күңеле иреп, яҡташлыҡ хисенә бирелеп һөйләшеп торған офицер, етдиләнеп, ҡоралын, һаҡлау сараларын алып, яуға ла ҡуҙғалды...
Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай, тиҙәр, “Эмир”, йәнә күрешергә насип булһын, яҡташ!.. Тыныс, имен тормошта...
Рәмил МАНСУРОВ.
Махсус хәрби операция зонаһы.
Автор фотоһы.