Ә бит эргә-тирәлә генә лә лайыҡлы ял итер урындар бик күп. Иң мөһиме, ул урындарҙа юғары шарттарҙа ял ойоштороу мөһим. Һуңғы биш йылда, әйткәндәй, бындай объекттар республикала төбәк етәкселеге тырышлығы менән байтаҡ ҡала-райондарҙа ҡалҡып сыҡты.
Шундай урындарҙың береһе ҡаланан сыҡмай тиерлек урынлашҡан – йыл башында Стәрлетамаҡ районында Ольховка йылғаһы буйында “Ҡарағайҙар” туристик ял базаһы эшләй башланы. 2023 йылда Башҡортостан модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын – ҡунаҡханалар, глэмпингтар, шулай уҡ башҡа тиҙ күтәрелеүсе конструкциялар булдырыу буйынса туристик инвестиция проекттарын субсидиялауға һайлап алыу еңеүселәре иҫәбенә инде. Республика 25 муниципалитетта 58 проектты бойомға ашырыу өсөн федераль бюджеттан 930,6 миллион һум алды.
Шәхси эшҡыуар Алтын Балы 7 миллион һумлыҡ федераль грант отоп, базаны асҡан да инде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерә һәм базаһын артабан да киңәйтергә уйлай. Бында әле ял итеү өсөн заманса модулле йорттар төҙөлгән, мангал зонаһы һәм беседкалар балалар өсөн уйын майҙансығы, кескәй зоопарк булдырылған.
Э.ҒӘЛИМОВА, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығының иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф:
– Был проектҡа 18 миллион һум күләмендә инвестициялар индерелде. Яртыһын эшҡыуар үҙе ҡаплаһа, яртыһы – федераль бюджет иҫәбенә. Бында өс эш урыны булдырылған. Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн ете йорт булдырылған, башҡа объекттар ҙа бар.
Был проект – ял ойоштороу өлкәһендә берҙән-бер түгел. Республика етәксеге башланғысы менән тағы ла бер нисә туристик база эшләп килә.