«Пациент Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһына килтерелгән. Шеш бөтә таз өлөшөн һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығын биләп, бәүел ҡыуығына баҫым яһаған һәм бәүел ҡыуыуҙы ҡатмарлаштырған. Шештең ҡатмарлы урынлашыуы арҡаһында уретраль катетер ҡуйыу мөмкин булмаған. Хирургтарға гигант шеште берҙән-бер юлына зыян килтермәй алып ташларға тура килгән. Табиптар лапаротомия ярҙамында миома һәм аналыҡты, шул иҫәптән аналыҡ торбаларын алып ташлаған. Операция уңышлы үтте, сирленең бәүел ҡыуыу проблемаһы хәл ителде. Ул дауахананан һәйбәт хәлдә сыҡты», – тине министр.
Шеште алыу ваҡытында аналыҡты һаҡлап ҡалыу табиптың даими күҙәтеүе, медицина тикшереүе һәм сирҙе ваҡытында асыҡлауы ярҙамында мөмкин булыр ине, тип билдәләй табиптар.