“Ашҡаҙар” гәзите һәр саҡ уҡыусыларының һаулығын ҡайғырта, сәләмәтлек яҡлы. Шуға беҙ баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатҡан саҡта ла әлеге теманы күҙ уңында тотабыҙ. Һуңғы йылдарҙа бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ беҙҙең бүләккә эйә булып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Ҡайынҡай” (“Березка”) шифаханаһында ял итеп алды инде, ә был юлы иһә хәрәкәттә – бәрәкәт тип, беҙ йәнә велосипед уйнатырға булдыҡ һәм бына уның эйәһе махсус уйында билдәле булды. Әйткәндәй, “Ашҡаҙар”ҙан гәзит уҡыусыларына – был инде өсөнсө велосипед!
Ғөмүмән, был матбуғатҡа яҙылыу компа-нияһында ла тотороҡло тираж һаҡлап, гәзиткә 1200-ҙән ашыу кеше яҙылды. Тик шуныһы, ошо тиклем гәзит уҡыусы араһынан ни бары утыҙҙан ашыу кеше генә уйынға үҙ квитанцияһын ебәргәйне. Хөрмәтле дуҫтар, киләһе уйындарҙа әүҙемлек артыр тип өмөтләнеп ҡалабыҙ. Ә был юлы иһә велосипед, шулай итеп, Стәрлетамаҡ районы Байраҡ ауылынан Айгөл Нәзироваға юллана!
Ҡотлайбыҙ һәм бүләкте ҡабул итеп алыр өсөн аҙнаның дүшәмбе-йома көндәрендә 9:00-18:00 сәғәттәрҙә редакция телефонына (25-18-57) шылтыратыуҙы һорайбыҙ.
Үкенескә ҡаршы, был юлы республика кимәлендә үткән бүләк уйнатыуҙа “Ашҡаҙар”ға яҙылыусылар араһында бәхет йылмайманы.
Ә кемгә был юлы бәхет йылмаймаған – шулай уҡ “танау төшөрмәҫкә” саҡырабыҙ, сөнки ошо уҡ квитанциялар араһында беҙ йәнә 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу кампанияһы башланыр алдынан тағы бер ҡабат уйын уйнатып, бүләктәр өләшәсәкбеҙ, шуға “Ашҡаҙар”ҙы уҡып барығыҙ!
Хәрәкәттә – бәрәкәт, ти. Шулай сәләмәт булып, аралаларҙы һыуытмай, беҙгә йүгереп килеп тороғоҙ, квитанция күсермәләрен ҡалдырып тороғоҙ, бүләктәр отоп тороғоҙ!
“Ашҡаҙар”ҙар.