Эргәлә кемдер хәрби оҫталығын нығытып, күнекмәләр эшләй, арыраҡ бер яугир хәрби техника йүнәтә, кемдер дошмандың “ҡоштарын” (шартлатҡыс ырғытырға, күҙәтергә килгән осоусы аппараттарын) һағалай.
Ғөмүмән, хәрби динамика. Шул уҡ ваҡытта әленән-әле атҡан-шартлаған тауыштар ҙа ишетелеп ҡала. Һәм... ошо барлыҡ һуғыштың тауыш-хәрәкәтен ярып ҡурай моңо ағыла. Ҡолағыма ишетеләме? Юҡ, ысынлап та ҡурай моңо – көй көсәйгәндән- көсәйә бара! Аяҡтар ирекһеҙҙән шул яҡҡа табан атлай.
Блиндажда бер яугир ҡурайҙа уйнай икән.
– Әбйәлилдән беҙ! Мин “Хөсәйен”, бына дуҫым – “Башҡорт”! – тип таныштыра үҙҙәре менән ҡурайсы, кө-йөн тамамлағандан һуң. Миңә, әле генә республиканан ситкә сыҡҡан кешегә егеттәр менән саф башҡортса һөй-ләшеп тороуы кинәнес. Ә бына ике йылдан ашыу бын-да хәрби бурыс үтәгән яҡташтарға кендек ҡаны тамған төйәгенән килгән кеше менән үҙебеҙсә аралашыуы ниндәй танһыҡ һуң! Уларҙың был хисе балҡып торған йөҙҙәрендә лә сағылып ҡала һымаҡ. Һүҙ ҙә юҡ, ауыр һуғыш, атака артынан атака тигәндәй, тик “Хөсәйен” (Һүрәттә уңдан) менән “Башҡорт”ҡа ҡарап, егеттәрҙән ошондай шарттарҙа ла рух ныҡлығы китмәүе һоҡландыра. “Һай, үҙебеҙҙекеләр!”, тип ғорурланам эстән генә.
Уйлай китһәк, республикала нәҡ үҙебеҙҙең егет-тәрҙән торған хәрби көстәр тупланыуы махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә тик ыңғай ғына һөҙөмтәләр бирә. Яҡташлыҡ көсө, беҙҙекеләргә хас ҡыйыулыҡ, берҙәмлек... Быларҙың барыһы ла үҙ сиратында ошо һөҙөмтә барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә лә инде. Улай ғына түгел, блиндажға килеп ингәс тағы бер күренеш иғтибарҙы йәлеп итә. Ер аҫтында урынлашҡан ҙур бүлмәлә ашау, йоҡлау, ял итеү урындары ҡаралған. Кемдер тамаҡ ялғай, икенселәр төнгө “һунарға” әҙерләнеп ял итә, телефондан ғаиләһе менән һөйләшә. Һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, эше. Бер уйлаһаң, ваҡыттары ла тар уларҙың, буласаҡ яуға әҙерләнергә кәрәк, ә кемдер әле генә стенаға ҡоралын һөйәп тора. Әммә ошо блиндаждағы булған таҙалыҡ һәм бөхтәлек әсир итә мине. Әйтерһең дә, ҡайҙалыр урман эсендә ваҡытлыса, һуғыш шарттарында ҡаҙылған, йыйылған, төҙөлгән ер аҫты өйө түгел, ә уңған килен йорто! Был аптырауымды йәшермәй егеттәргә өндәшәм.
– Бар ерҙә лә тәртип кәрәк, барыһы ла тәртиптән башлана бит. Әгәр ятҡан, ашаған урында тәртип булмаһа, яуҙа ниндәй тәртип булһын, – тип аңлата бындай күренеште “Хөсәйен”. Батальон биләгән позицияны, яугирҙарҙың уңыштарын барлап, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инандырыла шул саҡ. – Үҙем дә тәртип яратам, егеттәрҙән дә шуны талап итәм, әрләп тә алам, шулай ҙа күберәген ҡурай-гармун моңо менән тәрбиәләйем уларҙы, – тип йылмая әңгәмәсем. Тыуған яғын һағынған яҡташтары уның көйҙәрен тыңларға тип хатта күрше подразделениеларҙан да килеп етәләр икән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан халҡының күңел-тамыры менән бер йоҙроҡ һымаҡ егеттәр менән бергә булып, гуманитар ылауҙар оҙатып тороуы ла ошо көстө бар итә. Үҙебеҙҙең подразделениелар булдырылыуы республика етәкселегенең, Радий Хәбировтың төптән уйланылған аҙымы, тимәк!..
Күтәренке рух һаҡлап ҡалыу ошондай саф башҡортса аралашыу, күңел төшөп киткән мәлдәрҙә ҡурай уйнап алыуға ла ҡайтып ҡала – был инде әлеге егеттәрҙең үҙҙәренең һүҙе.
– Беҙ – бер райондан, бер заводта эшләйбеҙ. Заводта хөрмәт итеп торалар, эш бара, эш хаҡы яҡшы түләнә, өйҙә – ғаилә, балалар, – тип “Башҡорт” та һүҙгә ҡушыла әңгәмә барышында. – Тик... – Бер аҙ уйға сума яугир. – Махсус хәрби операция башланғас, Украина фашистарының ябай халыҡ менән ниндәй яуызлыҡ ҡылғанын уйлап, егеттәрҙең алыштарын күреп, көн дә эшкә киләбеҙ ҙә “Хөсәйен” менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ, “эстән янабыҙ”, уйлаған һайын шул уҡ уй. Полк төҙөлгән мәлгә тура килеп, тоттоҡ та эш кейемен хәрби кейемгә алыштырҙыҡ.
Егеттәр быға тиклем Чечен Республикаһындағы һуғышта ҡатнашҡан булған, шуға тәжрибә бар, ә ниңә әле лә Ватан һағына баҫмаҫҡа!
– Әммә, бында һуғыш икенсе ул, Чечнялағы һымаҡ ҡоралға ҡорал тоҫҡап атышмайбыҙ, һауала “ҡоштар”, ерҙә миналар һағалай, барыһына ла әҙер булырға кәрәк, – тип һөйләй егеттәр артабан. – “Тел” алырға барғанда ла уяулылыҡ дошман һиҙеп ҡалма-һын өсөн генә түгел, ә әле әйткән хәүефте күҙ уңында тоторға кәрәк. Ныҡ әҙерләнгәндәр, сит ил ҡоралы күп уларҙа, күҙәтеп кенә ултыралар, әммә беҙ ҡорал буйынса ла, хәрби рух ныҡлығы буйынса ла көслөрәк, шуға – алға барабыҙ!
Хәрби рух ныҡлығын шулай ҡурай моңо, башҡорт теле лә нығыта бында!
Һүҙ ыңғайы журналистың ҡайҙан килеүе менән дә ҡыҙыҡһыналар егеттәр. Стәрлетамаҡтан икәнде белеп ҡалғас, “Хөсәйен” тағы ла нығыраҡ йылмайып ебәрә ошо мәлдә:
– Ооо, Харис ағайыма күп сәләм еткерегеҙ улай булғас, Харис дуҫыма ҙур рәхмәт, был ҡурайҙы ағайым аша ул ебәрҙе, ул бүләк итте, минең генә түгел, бөтә полктын кәйефен күтәрә, тыуған яҡты һағынғанда һағышты баҫа ул хәҙер. Харис ағай театр-филароманияла директор булып эгшләй, – тип һөйләй яугир ҡулындағы ҡоралын тотоп. Һүҙ, әлбиттә, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе директоры Харис Әбдрәхимов хаҡында бара. Харис Зәбих улы ҡалала ғына түгел, тотош республикала мәҙәниәт, сәнғәтте үҫтереүҙә ҙур көс һалған шәхес, шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операция зонаһында алышҡан яугирҙәребеҙгә ярҙам ойоштороу буйынса ла күп эштәр башҡара. “Хөсәйен” ауыҙынан ишеткән һүҙҙәр быларҙы йәнә иҫбатлай төҫлө. Шул саҡ, ирекһеҙҙән, яҡташым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Дошманға ҡаршы яуҙағылар менән ошолай бер төптән булып көрәшкәндә, Еңеү, һис шикһеҙ, беҙҙең яҡта буласаҡ!..
...Алда бурыстар күп, осрашыуҙар көтә, урап сығаһы хәрби биләмә ҙур. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡурай-гармун моңо менән хушлашабыҙ, тик әлегә генә. Егеттәр менән ҡул бирешеп, журналистар командаһы артабан ҡуҙғалабыҙ. Ошо мәлдә сал Уралға сәләм булып ҡолаҡта тағы “Урал” яңғырай. Эргәләге хәрби техника атыш-шартлау тауыштарынан нығыраҡ яңғырай һымаҡ ул, һуғыштың ығы-зығыһынан көслөрәк булып биләй бара, һауала өйөрөлгән дошман “ҡоштарынан” да бейегерәк күтәрелә был моң!.. Беҙҙең егеттәр, беҙҙең моң бит ул!..
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан” полкы яугирҙәре менән осрашыуҙан һуң:
– Бында – ысын батырҙар, илдең таянысы булған егеттәр. Һәр ваҡыт был егеттәрҙе хәрби батырлыҡтары һәм илебеҙгә хеҙмәт итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һәммәгеҙ ҙә Еңеү һәм имен ҡайтыуығыҙ өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратып белешә ала: 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).
Рәмил МАНСУРОВ.
Махсус хәрби операция биләмәһе. Автор фотоһы.