Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклемге осорҙа килешеү төҙөгән хәрбиҙәргә 400 мең һум күләмендәге түләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостан һалдаттары бер юлы дөйөм алғанда 1 миллион 205 мең һум аласаҡ.
122 йәки (347) 218-19-19, һайлау пунктына (347) 248-29-31 һандары буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин.