Ведомство рәйесе Вито Сабиров БСТ телеканалына хәбәр итеүенсә, йыйылған әйберҙәрҙе берҙәм гуманитар ылауға туплап, яҡын арала Курск өлкәһенә оҙатыу планлаштырыла.
– Был проблема тураһында ишетеү менән ярҙам итергә булдыҡ. Мәктәп кәрәк-яраҡтары, балалар өсөн канцелярия тауарҙары, шәхси гигиена саралары – теш щеткалары һәм пасталары, кер йыуыу порошогы һатып алдыҡ, – ти Иглин ауылының “көмөш” ирекмәне Татьяна Плотникова.
Рәсәй студенттар отряды вәкиле Иван Шитов һәм уның дуҫы Камил Асҡаров оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек ташыу менән мәшғүл.
«Кейем һатып алыуға ла аҡса йыйҙыҡ. Хәҙер бөтә ил Курск өлкәһе халҡына ярҙам итә һәм Башҡортостан ситтә ҡалмай», — тине Иван Шитов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кешеләр үҙҙәре менән мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм рюкзактар, йылы кейем һәм аяҡ кейеме, түшәк һәм балаҫтар, һаҡлау ваҡыты ярты йылдан да кәм булмаған аҙыҡ-түлек, гигиена тупланмалары, сабыйҙар һәм өлкәндәр өсөн памперстар, бер тапҡыр ҡулланыла торған памперстар һәм балалар аҙығы алып барып тапшырырға мөмкин.
Гуманитар ярҙамды көн һайын 10:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем Өфөнөң Республика ирекмәндәр үҙәгендәге #БеҙБергә проектының төбәк штабына (Пушкин урамы, 86) алып барырға мөмкин.
Төбәк штабының телефон номеры: +7 927 311-23-55.
Быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Курск өлкәһе халҡына ҡайғы уртаҡлашыу белдергәйне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Курск өлкәһенә Украина Ҡораллы Көстәре һөжүм итте. Республика Башлығы Курск өлкәһендә булған хәлдәрҙе Киев режимының провокацияһы тип атаны.
— Кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙербеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.