Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Август 2024, 04:35

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә

“Һәр мәктәптә – төпкөл ауылда ла, ҡалалағы яңы биҫтәләрҙә лә – балаларыбыҙға сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим.” Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2019 йылдың 10 декабрендәге Мөрәжәғәтнамәһенән

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнәМәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә

Башҡортостанда “Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау” федераль программаһы (2022 йылдан) әүҙем бойомға ашырыла. Балалар яңы уҡыу йылына һәр яҡлап уңайлы шарттар булдырылған өр-яңы мәктәпкә барһын өсөн барыһы ла эшләнелә, мәктәптәрҙә капиталь ремонт эштәре тулы көсөнә бара. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта 19,29,30-сы мәктәп биналарына капиталь ремонт яһалды.

Әлеге ваҡытта ике йыллыҡ цикл буйынса 2024-2025 йылдарҙа 1, 2, 16, 17-се мәктәптәрҙә һәм  № 1-се һанлы  лицейҙа (1-се корпус) капиталь ремонт эштәре  бара.   

16-сы м әктәп бинаһы (подрясыһы “КапиталСтрой” ЯСЙ, ашханала һәм туҡланыу залында (аш бүлмәһендә) стеналарҙы плитка менән көпләү, кабинеттарҙы һәм коридорҙарҙы штукатурлау, линолеум түшәү, йылытыу радиаторҙарын ҡуйыу, санузелдарҙа канализация торбаларын  һалыу, электр монтажлау эштәре бара, ҡыйыҡ ҡоролмаһы буйынса эштәр тамаманған.

2-се мәктәптә (подрядсыһы “КапиталСтрой” ЯСЙ), кабинеттарҙа, коридорҙарҙа стеналарҙы штукатурлау (шымартыу), электр монтажлау, күтәрмәне һүтеү, йылытыу торбаларын һалыу, 1-се ҡатта   ағас иҙән түшәү эштәре бара.

17-се мәктәптә  (подрядсыһы “КапиталСтрой” ЯСЙ) – фасадты көпләү һәм штукатурлау, биҙәү, санузелдарҙа һәм баҫҡыс майҙансыҡтарында плитка түшәү, вентиляцияны алыштырыу, канализация торбаларын һалыу, электр монтажлау эштәре алып барыла.

  1. 1-се һанлы лицейҙа санузелдарҙы һүтеү эштәре, кабинеттарҙы һәм коридорҙарҙы биҙәү, йылытыу торбаларын, санузелдарҙа канализация торбаларын һалыу, ашхананың стена плиткаһын йәбештереү,   электр монтажлау, 1-се ҡатта иҙәнде һүтеү һәм түшәү  эштәре башҡарыла, 4-се ҡатта стеналар буялған, ишектәр ҡуйылған, спорт залында беркетеү ҡоролмаһы эшләнгән, тәҙрә блоктары ҡуйылған, ҡыйыҡ һәм фасад буйынса эштәр тамамланған.

5.1-се мәктәптә – ҡыйыҡ ябыу, инеү төркөмөнөң металл конструкцияларҙы монтажлау эштәре алып барыла, торбаларҙы алыштырыу, кабинеттарҙы гипсокартон менән бүлеү, санузелдарҙа плитка түшәү, санузелдарҙа канализация торбаларын  һалыу, электр монтажлау, фасадты штукатурлау, биҙәү, электр монтажлау эштәре бара.

* Шулай уҡ ошо программа буйынса ҡалала бер йыллыҡ цикл буйынса (2024 й) дәүләт учреждениеһы бинаһына капиталь ремонт эшләнә:

6.2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты бинаһы (подрядсыһы “БИЛД” ЯСЙ) – биҙәү, иҙән түшәү, (иҙән япмаһы ҡоролмаһын урынлаштырыу),  “Армстронг” тибында түбәне көпләү, санузелдарҙа плиткалар һалыу,  , канализация торбаларын һалыу, йылытыу торбаларын һалыу, ишектәр ҡуйыу, электр монтажлау эштәре алып барыла.

Ошо көндәрҙә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары  Урал Килсенбаев, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, хакимиәт башлығының социальным мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев, төҙөлөш буйынса урынбаҫары  Эмиль Шәймәрҙәнов һәм мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев мәктәптәрҙәге  ремонт барышын ҡарап сыҡты, уның үтәлешен баһаланы.

 

Р.САФИНА.

Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Мәктәптәр яңы уҡыу йылына дәррәү әҙерләнә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас