Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЦУР-ҙа үткән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан зыян күргән Курск өлкәһе халҡын ҡабул итергә әҙер, тип белдерҙе.
«Курск өлкәһендә нимә барғанын күрәһегеҙ. Хәл ауыр. Беҙ Курск өлкәһе етәкселеге менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Мин балаларҙы ҡабул итергә әҙер булыуыбыҙҙы белдерҙем. Был беҙҙең мөһим бурыс. Уларға бик ауыр. Зыян күргәндәргә ярҙам итергә кәрәк», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.