Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ремонтланған вагондарҙы күсмә составты ремонтлау цехынан сығарған ваҡытта егеттең аяғы тайып китеп, хәрәкәт иткән вагон аҫтына инеп китә. Ауыр йәрәхәт алған егет 1-се ҡала дауаханаһына оҙатыла.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен тикшерә.