Кластер Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарын үҙ эсенә ала, шулай уҡ Урал Аръяғының башҡа райондарына йүнәлтеләсәк. Был атлы туризм кластеры буласаҡ. Баймаҡ районында ғына 15 мең ат иҫәпләнә, ә рәсми булмаған - 25 мең баш. Кластер баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһын да — ат, тире оҫтаханалары хужаларын, милли аш-һыу авторҙарын, ат спорты һәм туристик үҙәктәрҙе берләштерәсәк. Шулай итеп, ул инвестициялар йәлеп итеүгә, яңы эш урындары булдырыуға һәм туристарҙың өҫтәмә ағымына булышлыҡ итәсәк. Кластер Ирәндек һыртының көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөшөнә, шул иҫәптән күп һанлы археологик ҡомартҡылар тупланған шул уҡ исемле ҡурсаулыҡҡа тараласаҡ.