«Беҙ хатта ҡурҡып та өлгөрмәнек, барыһы ла шул тиклем тиҙ булды. Көслө тауыш һәм ярсыҡтар. Аллаға шөкөр, туранан-тура бәрелеү булманы. Бер кем дә етди йәрәхәтләнмәне», – тип һөйләне Юлиә Краснова телефон аша.
Был хәл кисә төндә Запорожье өлкәһендә Тоҡмаҡ ауылы эргәһендә булған. Депутаттар гуманитар миссия буйынса алғы һыҙыҡта була. Улар Ураҙғоловтың шәхси машинаһы менән һалдаттарға кәрәк-яраҡтар алып бара.