Никита Вәлиев — махсус хәрби операция биләмәһендә айырым гвардия танк батальоны командиры урынбаҫары. Ул Нефтекама ҡалаһы янындағы Әмзә ауылында тыуған. Хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнаша. Башҡортостанда тыуып үҫкән Рәсәй Геройы Борис Дудко етәкселегендә хеҙмәт иткән. Никита Вәлиев — өс Батырлыҡ ордены кавалеры ла.
«Никита Рөстәм улы менән кәләшен «Көҙ романтикаһы» на саҡырҙым. Иң мөһиме — Никитаға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ҡуштым. Ошондай кешеләр Башҡортостандың киләсәген төҙөһөн өсөн. Хәрби хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, беҙ һеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.