Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август , 11:15

Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп…

Башҡортостан Башлығы республиканың медицина учреждениеларына 135 яңы автомобиль тапшырҙы  

Билдәле булыуынса, 2021 йылдан 2023 йылға тиклем Башҡортостандың медицина учреждениелары 352 автотранспорт алды. 2024 йылға бөтәһе 206 еңел машина һатып алыу планлаштырыла, ә 2025 йылға  тағы ла  - 99.


27 августа «Өфө-Арена» спорт комплексы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың медицина ойошмаларының баш табиптарына 135 Яңы Lada Granta автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.

- Бөгөн һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы сиктәрендә медицина учреждениеларына яңы автомобилдәр тапшырабыҙ. Был автомобилдәр беҙҙең кешеләргә хеҙмәт итәсәк, медицинаны мөмкин тиклем уңайлыраҡ итергә ярҙам итәсәк. Поликлиникаға йәки дауаханаға үҙаллы барып етеүе ауыр булған кешеләргә унда барып етһен өсөн, терапевтар һәм педиатрҙар пациенттарының өйҙәренә килә алһын өсөн. Был мөһим эш, һәм беҙ уны дауам итәбеҙ – йыл аҙағына тиклем тағы ла 70 машина килә, - тине Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Барығыҙҙы ла ошо ваҡиға менән ҡотлайым һәм уңыштар теләйем. Беҙҙең медицина технологик яҡтан үҫешкән, һәм, иң мөһиме, кешеләр өсөн мөмкин тиклем уңайлыраҡ булһын.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров автомобилдәрҙең береһен ҡараны. Машиналар ауыл ерендә, ҡасабаларҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгән аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙың поликлиникаларға һәм дауаханаларға йөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Улар уңайлылыҡ менән айырылып тора, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 135 яңы автомобилдән торған партияны «Һаулыҡ һаҡлау»милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә ҡуйҙылар. Был маҡсатҡа 162,5 миллион һум йүнәлтелгән, шуларҙың 134 миллионы федераль бюджеттан.

Белешмә:

Аҡъяр, Асҡар, Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Үрге Тәтешле, Үрге Йәркәй, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Иҫәнғол , Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Красноусол, Малаяҙ, Мәсәғүт, Мишкә, Мораҡ, Раевка, Стәрлебаш, Талбазы, Учалы, Федоровка, Языковка, Яңауыл, Шишмә үҙәк район дауаханалары  яңы автомобилдәр алды.

 

 Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика медицина учреждениеларының автопаркын яңыртыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 - Бынан 20 йыл файҙаланылған иҫкергән техниканы алмаштырыусы 206 автомобиль килтереләсәк. Был медицина үҫешенә этәргес булып тора – быйыл автопаркты яңыртыу буйынса планлы эш алып барабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. - Яңы машиналар табиптарға пациенттарға, айырыуса барып етеүе ауыр булған райондарҙа йәшәүселәргә, тиҙ арала барып етергә, анализдар килтерергә һәм кешеләрҙе дауалау учреждениеларына алып барырға мөмкинлек бирәсәк. Был беҙ медицинаны кешеләргә яҡынайтыу тип атайбыҙ.

Илшат ЯППАРОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһының баш табибы:

«Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау дауам итә. Быйыл яҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһының автопаркы 5 берәмек техникаға тулыланды. Улар пациенттарҙы стационарға ташыу, шулай уҡ фельдшерҙарҙың өйгә саҡырыу өсөн әүҙем ҡулланыла. Бөгөн республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров медицина учреждениеларының баш табиптарына 135 яңы автомобилдең асҡысын тапшырҙы. Беҙгә 3 яңы «Лада Гранта»тапшырылды. Коллегаларым менән бергә бүләкләү тантанаһында ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнашам, сөнки һәр шундай ваҡиға дөрөҫ һаулыҡ һаҡлау системаһы тарихының бер өлөшө һәм дауаханабыҙҙы артабан үҫтереү мөмкинлеге булып тора. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенә һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығына Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм стәрлетамаҡ районы медицинаһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм.

Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

 

Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп…
Халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләп…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: