Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь , 21:54

Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу планлаштырыла. 2019 йылдан алып республикала 40-ҡа яҡын ФАП төҙөлдө. Күп осраҡта яңы пункттар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәрҙәре мәлдәрендә халыҡ менән осрашыуҙарҙан һуң төҙөлә башланды.

Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә
Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә

Шихан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшө финишҡа яҡынлаша. Әле территорияны төҙөкләндереү  эштәре тамамланыу алдында. Яңы модулле ФАП санитария нормалары һәм ҡағиҙәләрҙең бөтә талаптарына, шулай уҡ медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу стандартына тап килә. Бында тәүге тикшереүҙәр һәм планлы тикшереүҙәр үткәрергә, балаларға прививкалар яһарға, анализдар алырға, ә иң мөһиме – сифатлы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкин. Фельдшер-акушерлыҡ пункттары Боғорослан һәм Золотоношка  ауылдарында асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала клиник дауаханаһы структураһында  һигеҙ амбулатория һәм 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

 

Рита СӘМИҒУЛЛИНА, Стәрлетамаҡ районы башлығы:

– Был фельдшер-акушерлыҡ пукнты урындағы халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе сиктәрендә кәрәкле звено булып тора. Быға тиклем районда ике фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы үткәйне. Был шулай уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” төбәк программаһы ярҙамында мөмкин булды. Радий Фәрит улына, республика етәкселегенә районға булған иғтибар өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә
Шихандар ФАП туйларға әҙерләнә
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: