Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь , 17:30

Был яңылыҡ буйынса ата-әсәләр күп мөрәжәғәт итә башланы

 Башҡортостанда күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар 2024 йылдың 1 сентябренән ҡала автобустарында бушлай йөрөй ала

Был яңылыҡ буйынса ата-әсәләр күп мөрәжәғәт итә башланы
Был яңылыҡ буйынса ата-әсәләр күп мөрәжәғәт итә башланы

Ташлама 2024 йылдың 1 сентябренән 2025 йылдың 31 декабренә тиклемге уҡыу осоронда Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Благовещен, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл ҡалалары маршруттарында ғәмәлдә буласаҡ.

❗ Күп балалы ғаиләләрҙәге уҡыусылар, каникулға, ял һәм байрам көндәренә ҡарамай, айына 44 сәфәр ҡыла ала.

???? Бушлай юл йөрөү өсөн һеҙгә түбәндәге документтар кәрәк буласаҡ:

- ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе;

- бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ күсермәһе (14 йәшкә тиклемге балалар өсөн);

- баланың паспортының күсермәһе (14 йәштән өлкәндәр өсөн);

- күп балалы ғаилә таныҡлығының күсермәһе. Әгәр өлкән балаларға 18 йәш тулһа һәм улар көндөҙгө бүлектә уҡыһа, таныҡлыҡты Күп функциялы үҙәктә яңыртырға кәрәк. Тәртибе — ошонда: vk.cc/cAiWPG.

- ғариза биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының СНИЛС мәғлүмәттәре.

➡ Документтарҙы Стәрлетамаҡта класс етәкселәре аша йыйалар. Кемдәр хоҡуҡлы, ниндәй документтар кәрәк тигән һорауҙарға яуаптар һәм ғариза бланкы артынан уларға мөрәжәғәт итегеҙ.

Ташлама башҡалары менән ҡушылмай. Мәҫәлән, Берҙәм социаль юл йөрөү билеты сиктәрендә ташламалы хоҡуҡҡа эйә булғандар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары унан файҙалана алмаясаҡ.

Әйткәндәй, бындай күренеш баланың хәүефһеҙлеген дә тәьмин итәсәк, сөнки уҡыусы ҡайһы берҙә бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап биреп бөтмәгән шәхси транспортта йөрөмәйәсәк!

Гүзәлиә ВӘЛИТОВА, күп балалы әсә:
- Ике улыбыҙ һәм бер ҡыҙыбыҙ бар. Өлкәндәре мәктәп йәшендә. Балалар милли рухта тәрбиәләнһен тип Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияны һайланыҡ. Үҙебеҙ Ленин проспектында торабыҙ, гимназия Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан. Шуға балалар көн дә уҡырға йәмәғәт транспортында йөрөй. Класс етәксебеҙ аша ғариза тултырып тапшырҙыҡ инде, хәҙер "Алға" картаһы менән бушлай йөрөргә генә ҡала.
Был шәп социаль хеҙмәт, минеңсә, күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам. Радий Хәбировтан яҡшы башланғыс.

Был яңылыҡ буйынса ата-әсәләр күп мөрәжәғәт итә башланы
Был яңылыҡ буйынса ата-әсәләр күп мөрәжәғәт итә башланы
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: