Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь , 13:06

Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!

 II Халыҡ-ара “Геосаҡырыу” чемпионатында ҡатнашыусылар Башҡортостандың  уникаль геологик объекттарында булды. Улар Йөрәктау, Торатау, Ҡуштау шихандарын һәм Шахтау карьерын барып күрҙе.

Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!
Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!

Был объекттар  фәнни планда ла, мәҙәни планда ла глобаль әһәмиәткә эйә. Объекттар Каспий диңгеҙенән алып Яңы ерҙәге тундраға (Төньяҡ боҙло океандағы архипелатар)  тиклем  һуҙылған планеталағы иң ҙур боронғо риф системаларының бер өлөшө булып тора. Әммә ләкин (неоген осоронда тектоник хәрәкәттәр менән өҫкә сығарылғанлыҡтан) бары тик Көньяҡ  Уралдағы ошо  риф системаһын ғына күҙәтеп була.

Геологик тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, был шихандар бынан 320 миллион йылдар самаһы элек, хәҙерге Башҡортостан биләмәһе урынында диңгеҙ булған осорҙа  барлыҡҡа килгән. Шихандар 40-50 миллион йылдар дауамында формалашҡан.

Шихандар  комплексы  2018  йылда  Радий Хәбиров башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Торатау” геопаркы составына инә. 2022 йылдың  декабрендә ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы үҙәге “Башҡортостан шихандары” тәбиғи-геологик объекттарын –  Йөрәктау, Торатау һәм Ҡуштауҙы бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерҙе.

 “Башҡортостан геологик яҡтан яҡшы өйрәнелгән төбәктәрҙең береһе. Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт. Был ысынлап та классика, тип аңлатты Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса етәксеһе Евгений Петров.

Шуныһы ҡыҙыҡлы, әгәр ҙә ябай туристар тауға менеп, тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланһа, “Геосаҡырыу” чемпионатында ҡатнашыусылар иһә бынан миллиондарса йылдар элек барлыҡҡа килгән мәрйен рифтарын күрергә тырышып,  аяҡ аҫтына ҡарап ҡына йрөгәндәр.

Р. ЗАМАНОВА.

Андрей Старостин фотолары.

 

Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!
Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!
Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!
Һәр геолог өсөн дә Башҡортостанға килеү – оло хөрмәт!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: