Ашҡаҙар
-8 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь , 09:50

“Ҡайынҡай” заманса йыһазландырыла

 Стәрлетамаҡта милли проект сиктәрендә “Ҡайынҡай” (“Березка”) санаторий-профилакторийына медицина ҡорамалдары килтерелде.

“Ҡайынҡай” заманса йыһазландырыла
“Ҡайынҡай” заманса йыһазландырыла

“Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан микрокредит компанияһы “Березка” шифаханаһына  3 миллион һум күләмендә финанс  ярҙам күрһәткән. Был аҡса флюорография үтеү өсөн заманса  аппарат  һатып алыуға тотоноласаҡ.

– Һуңғы йылдарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  милли проект саралары һәм башланғыстары арҡаһында эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы саралары байтаҡҡа киңәйтелде.

Әлеге ваҡытта  социаль предприятиелар ярҙам итеү өсөн өҫтөнлөклө категория тип һанала. Был төркөм эшҡыуарҙары өсөн микрозаймдар йылына 8 процент льготалы ставка буйынса бирелә, – тип аңлатты Башҡортостан  Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм  туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Березка” санаторий-профилакторийы шифахана -курорт дауалау, медицина тикшереүе, инвалид балаларҙы, пациенттарҙы COVID-19-ҙан һуң реабилитациялау, һәм шулай уҡ эшкә яраҡлы йәштәге II йәки III төркөм инвалидтарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашып йәрәхәтләнгәндәрҙе  реабилитациялау өсөн  махсуслаштырыла.

Р.УСМАНОВА.

Фото Башҡортостан  Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм  туризм министрлығы рәсми сайтынан алынды.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: