Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Сентябрь , 20:00

Был минуттарҙа һайлау участкалары үҙ ишектәрен япты

Иртәгә яңынан асыла улар һәм 8 сентябрҙә лә һайлауҙар дауам итә - һуңғы көн. Бөгөн тауыш биреүселәр күп булды, улар араһында оло йәштәгеһе лә, тәүге тапҡыр тауыш биргәндәр ҙә бик күп.

Был минуттарҙа һайлау участкалары үҙ ишектәрен япты
Был минуттарҙа һайлау участкалары үҙ ишектәрен япты

Бөгөн 97 йәшлек Рәйсә Фазлый ҡыҙы Шәймәрҙәнова тауыш бирергә иң беренселәрҙән булып килде. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, тигәнгә, һеҙ көткәс, мин дә килдем, тип, яғымлы яуап бирҙе ул. Хеҙмәт, Тыл ветераны, үҙ ғүмерендә кем генә булып эшләмәгән ул, бер эштән дә баш тартмаған. Мәктәптә лә, тимер юлында ла, заводта ла эшләргә тура килгән. "Ниндәй генә эш булмаһын-уның ояты юҡ" - ти ул. Эшсе ҡулдары ҡайҙа кәрәк булһа – шунда эшләгән ул. Оҙон ғүмерле оло инәйебеҙгә тормошҡа әүҙем позицияһы өсөн ихтирам һәм хөрмәт белдерәбеҙ!

Был минуттарҙа һайлау участкалары үҙ ишектәрен япты
Был минуттарҙа һайлау участкалары үҙ ишектәрен япты
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: