Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь , 13:35

Башҡортостандың социаль тәжрибәһе юғары баһаланды

Һамарҙа Волга буйы федераль округының Демография форумында власть органдары, эксперт берләшмәһе, йәмәғәтселек вәкилдәре демографияның көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Форумда БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Эксперттар демографик саҡырыуҙарға яуаптарҙы өс бәхәс майҙансығында эҙләне.

Башҡортостандың социаль тәжрибәһе юғары баһаланды
Башҡортостандың социаль тәжрибәһе юғары баһаланды

Урал Килсенбаев билдәләүенсә, республикала ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ҡарата дәүләт ярҙамы социаль сәйәсәттең төп өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала. Башҡортостанда йыл һайын ғаиләләргә социаль ярҙам сараларына бүленгән аҡса күләме арта. Республикала күп балалы ғаиләләр өсөн 20-нән ашыу сара ҡаралған. Был маҡсатҡа уҙған йылда 3 миллиард һум самаһы йүнәлтелгән. «Балалы ғаиләләр өсөн йәшәү шарттары: уларҙы нисек уңайлы һәм арзан итергә» тигән фекер алышыу майҙансығында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, беҙҙә ғаилә сәйәсәтендә коммерция структуралары ҡатнашыуын киңәйтеүгә айырыуса иғтибар бүленә.

- Бындай ҡыҙыҡһыныу имидж һәм абруй өҫтөнлөктәре менән бәйле булыуы мөмкин, улар, социаль сәйәсәт үҙ сиратында, ойошманың инвестиция йәлеп итеүсәнлеге үҫешенә йоғонто яһай. Ғаилә яҡлы социаль сәйәсәтле корпоратив берәмектәргә был йәһәттән сәйәсәттәрен тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы шарттар менән компаниялар рейтингын булдырырға, бындай компанияларға премиялар бирергә тәҡдим итәбеҙ, - тип белдерҙе спикер.

Форумда ҡатнашыусыларға шулай уҡ миҫал булараҡ балаларҙы тәрбиәләү өлкәһендә ҙур өлөш индергән ата-әсәләрҙе дәртләндереүсе республика системаһы, «Әсәлек даны» һәм «Ата-әсәлек ҡаһарманлығы» миҙалдары һымаҡ Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары, «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградалары тәҡдим ителде. Балаларын лайыҡлы тәрбиәләүсе, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлаусы атайҙарҙың ҡаҙаныштарын таныу практикаһын форумда ҡатнашыусылар сағыу тәжрибә тип тапты һәм уны бөтә ил кимәлендә ҡулланырға кәрәк тигән фекергә килде.

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков сығыш яһаған пленар сессия форумдың төп ваҡиғаһы булды. Министр билдәләүенсә, төп бурыс – тыуымды арттырыу. Бының өсөн идара итеү ҡарарҙары яңынан ҡараласаҡ, сөнки репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һаны кәмей. Антон Котяков, Рәсәй Президенты ҡарары буйынса әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды, ә 2023 йылдан башлап әсәлек капиталы йыл һайын уҙған финанс йылының ысын инфляция кимәленә индексациялана, тип иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ уны алыу процедураһын ябайлаштыралар. 2030 йылға тиклем өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләр өсөн ипотека программалары буйынса 450 мең һум субсидиялау программаһы оҙайтылды.

Антон Котяков эшләүсе ата-әсәләргә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы ла атаны. Улар араһында йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләмен 565 мең һумға тиклем арттырыу, эшкә сығыуға ҡарамаҫтан, балаға 1,5 йәш тулғансы пособие түләү, эшләүсе ата-әсәләрҙең айырым категориялары өсөн 6 процент ставкаһы буйынса ғаилә һалымын кәметеү бар.

Волга буйы федераль округының Демография форумындағы тәҡдимдәр 2036 йылға тиклемге осорға Рәсәйҙең социаль-демографик сәйәсәте стратегияһын әҙерләүҙә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостандың социаль тәжрибәһе юғары баһаланды
Башҡортостандың социаль тәжрибәһе юғары баһаланды
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: