«Серый» алғы һыҙыҡта разведчик-снайпер булып хеҙмәт итә. Хеҙмәттәштәре фекеренсә, ул үҙенең подразделениеһында иң мәргән уҡсыларҙың береһе, шуға күрә ул бындай наградаға тулыһынса лайыҡ.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Хәйбулла районынан «Храм» һәм «Казах» позывнойлы яугирҙәр юғары дәүләт наградалары менән билдәләнде. Улар Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.