«Бәйләнеш гарантияһы» маҡсатында алданған ҡулланыусыларға аҡсаны әңгәмәсе күрһәткән билдәле бер иҫәпкә күсерергә тәҡдим ителә.
Эксперттар мобиль элемтә абоненттарына уяу булырға һәм таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа кәңәш итә.
"Әгәр һеҙгә шылтыратып, яңы тарифты тоташтырырға тәҡдим итһәләр, мәғлүмәтте элемтә операторының рәсми сайтында тикшереү яҡшыраҡ. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә еткермәгеҙ һәм аҡсағыҙҙы билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәгеҙ», - тип өҫтәнеләр «Билайн»да.