Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2024, 09:19

Кемдә нимә, ә Зөлфиә апайҙа робот-саң һурҙырғыс!

«Һайлау-2024» барышында «Рәхмәт» акцияһы буйынса лоторея уйнатылғанын иҫләйһегеҙҙер? Күптәр ҡиммәтле бүләктәр ҙә отто. Еңеүселәр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы Назарова булған. Уға махсус робот пылесос еләккән!

Кемдә нимә, ә Зөлфиә апайҙа робот-саң һурҙырғыс!Кемдә нимә, ә Зөлфиә апайҙа робот-саң һурҙырғыс!
Кемдә нимә, ә Зөлфиә апайҙа робот-саң һурҙырғыс!

Зөлфиә Хөсәйенова бер һайлауҙарҙы ла ҡалдырғаны юҡ. Быйыл да республикабыҙҙың башлығына тауыш бирергә мотлаҡ барған һәм «Рәхмәт» акцияһына теркәлергә булған. Күп тә үтмәй уға һөйөнөслө яңылыҡ менән шылтыратҡандар. Шундай шәп бүләк артынан Зөлфиә апай Өфөгә юлланған.

“Яңыраҡ туғандарым менән ҡорбан салдыҡ, донъялар имен булһын тип доға ҡылдыҡ. Бәлки шуға мин бындай бәхеткә өлгәшкәмендер. Йыл һайын «Рәхмәт» акцияһын үткәреп торһондар, барыһы ла еңеп ҡалһын” - тине Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас