Беҙҙең полк башлыса үҙебеҙҙең егеттәрҙән тора, барыһы ла үҙ урынында Еңеү яҡынайтып дошман менән алыша, хәрби бурыс үтәй. Егеттәрҙең хәрби рухы ныҡ, барыһы ла етешә. Тыуған яҡтан гуманитар ылауҙар, күстәнәс-посылкалар килеп тора, был иғтибар өсөн айырыуса ҙур рәхмәт! Отпуск ялына ҡайтабыҙ, яңы көстәр менән тупланабыҙ.
Йыш ҡына беҙҙең янға Башҡортостан журналистары ла килеп тора. Улар төрлө радио-телевидение, гәзит-журналдарҙан булған хәбәрселәр, етәкселәр. Бындай иғтибарға ла сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, сөнки яугирҙәр тураһында мәҡәләләр егеттәрҙең рухын тағы ла күтәреп ебәрә!
“Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров менән йәй башында таныштыҡ. Ул беҙгә журналист сүрәтендә килеп байтаҡ егеттәр менән күрешеп, мәҡәләләр яҙып сыҡты. Шәхсән уның менән көн да-уамында йөрөргә насип булды, һөйләшеү барышында хатта яҡташтар икәне асыҡланды. Әйткәндәй, беҙ уның менән быға тиклем дә таныш инек, ситтән тороп, тик күрешергә тура килмәне. Шулай ҙа беҙ фронтта осрашып, тағы ла яҡыныраҡ дуҫлашып киттек. Был осрашыу хаҡында хатта журналист “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай” тигән мәҡәлә лә яҙып сыҡты.
Рәмил Мансуров беҙҙең полк тураһында төрлө гәзиттәрҙә байтаҡ мәҡәлә баҫтырҙы. Ул мәҡәләләрҙә яуҙаштарҙың яҙмышы, хәрби юлы, эске донъяһы, Ватан алдындағы изге бурысы хаҡында уйҙары сағыла. Төрлө батальондарҙың яугирҙәре тураһында яҙҙы, яҙа автор. Ә күптән түгел был мәҡәләләр йыйынтығы китап булып та донъя күргән. Был китапты, гәзиттәрҙе ҡулына алып, яуҙаштарым ихлас күңелдән рәхмәттәр еткерә, ҡыуанып китә, ә инде уларҙың яҡындарына барып еткән баҫмалар айырыуса мәғәнәгә эйә, сөнки һәр ғаилә үҙенең улы, атаһы, ире менән ғорурлана!
Рәмил Мансуровтың ҡулға килеп эләккән беҙҙең полк тураһында ғына түгел, башҡорт йәки рус телендә донъя күргән бөтә мәҡәләләрен уҡыйбыҙ. Уның кешеләр тураһында айырыуса иғтибарлы итеп яҙыуы, кисерештәрен һүрәтләүе бик оҡшай егеттәргә. Бер генә миҫал килтерәм: журналистың китабын уҡып, ике туған ағайым да күптән түгел минең сафҡа баҫты. Тимәк, был мәҡәләләр һәммәһенә тәьҫир итә, көслө, мөһим!
Рәмил Ғәбдрәшит улының тағы бер яғын билдәләп үтке килә: ул беҙгә журналист булараҡ блокнот менән фотоаппарат ҡына тотоп килмәне, ә үҙе менән фронт өсөн бик мөһим маскировкалау селтәрҙәре, һаҡланыу әйберҙәре, уҡыусыларҙың хаттары, күстәнәстәр ҙә килтергәйне. Белеүемсә, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам итә, хатта һәләк булған егеттәр рухына арнап тотош фестиваль дә ойошторҙо – быныһы инде айырыуса ҡиммәт.
Рәмил Мансуровтың Шәһит Хоҙайбирҙин исе-мендәге конкурста ҡатнашыуы тураһында осраҡлы ғына белеп ҡалдым һәм полктың бөтә егеттәре исеменән әйтәм: ул был конкурста еңеүгә лайыҡ! Уға уңыштар юлдаш булһын! Барыбыҙ ҙа Еңеү теләйбеҙ!
“Эмир”, “Башҡортостан” полкы,
махсус хәрби операция биләмәһе.