Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Йәмғиәт
23 Сентября 2024, 12:47

Туҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә, туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер Торатауға

Был бәхеткә инәй тауға ҡуйылған баҫҡыстар ярҙамында ирешкән. Ҡоролма туристарҙы йәлеп итеү, тау һәм уның тәбиғәтенә зыянды аҙайтыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урынлаштырылды.

Туҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә,  туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер ТоратауғаТуҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә,  туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер Торатауға
Туҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә, туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер Торатауға

...Туҡталҡала машина ҡуйыу өсөн генә түгел, алма төшөрлөк тә урын ҡалмаған. Шулай ҙа оҫта водитель бер урын тапты. Ниһайәт, ямғырҙар туҡтаны, йылы, урындағы туристар, хатта сит ил ҡунаҡтары изге тауҙы күререгә килгән, беҙ ҙә улар араһында бына тәбиғәт бүләк иткән ҡомартҡыбыҙға бағып торабыҙ әле... Башҡортостандың бер төркөм журналистары күптән түгел “Торатау” геопаркына матбуғат туры менән сәйәхәт ҡылды. Төрлө баҫма хәбәрселәре, етәкселәре, блогерҙар Торатау итәгендә эшләп килгән геоапарк эшмәкәрлеге һәм үҙенсәлектәр менән танышты. Тур ваҡытында журналистар геопарк хаҡында ла, изге тауҙың тарихы тураһында ла бик күп мәғлүмәт туплай алды.

Хәтерләйһегеҙҙер, әле бынан бер нисә йыл элек кенә был урында туризмды үҫтереүсе объекттар, уңайлыҡтарҙы хәтерләткән бер күренеш тә юҡ ине. Үҙ белдеге менән ҡайҙа етте шунда күтәрелгән, ҡайҙа етте – шунда сүп ҡалдырып, уникаль үлән-үҫемлектәрҙе иҙеп-тапап, бысраҡҡа батырып йөрөү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хәйер, изге тауыбыҙҙың үҙенең яҙмышы ла ҡыл өҫтөндә ине шул...

Ә бөгөн, ниһайәт, тау махсус статусҡа эйә һәм тейешле экологик ведомоство-ойшомалар тарафынан закон буйынса һаҡлана. Йәшерен-батырын түгел, был, әлбиттә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров власҡа килгәс ирешелгән һөҙөмтә. Улай ғына ла түгел, тауҙың изге төшөнсә икәнен һәм уның һаҡланырға тейешлеген иҫбатлау, тейешле ҡарарға ирешеү еңел булманы. Көрәш һөҙөмтәһендә республика етәкселеге тауҙың яҙмышын ыңғай хәл итә алды һәм бының менән генә туҡталып ҡалманы, уның тирә-яғын да тәртипкә килтерә. Әлеге көндә изге тауыбыҙ янында тотош туристик комплекс ҡалҡып сыҡты ла, музей, ресторан, ял йортон һәм башҡа уңайлыҡ-мөмкинлектәрҙе тәшкил иткән тирмәләр балҡып тора. Улар тирәләй агротуризм, экотуризм тигән төшөнсәләрҙе ғәмәлдә күрһәтеп, умартасылыҡ, солоҡсолоҡто күрһәтеүсе, башҡорт халҡының шөғөлөн, үҙенсәлектәрен һөйләп торған биләмә лә барлыҡҡа килде – бында умарталар урынлашҡан, умарталар урынлаштырылған өйҙәр ҙә бар, солоҡсолоҡ күренештәре менән дә танышырға була.
Геопарк вәкилдәре белдереүенсә, был уңайлыҡтар, объекттар барлыҡҡа килгәс, туристар һаны бермә-бер артҡан һәм, иң мөһиме, тауға күтәрелеү, тауҙы килеп күреү тәртипкә нигеҙләнгән системаға әүерелгән. Мәҫәлән, баҫҡыс ҡуйғас быйыл хатта туҡһан йәшлек инәй ҙә тауға менгән. Ә бөгөн иһә тотош туй килеп төштө был урынға. “Ҡунаҡтар араһында сит өлкәнән дә күп килделәр, уларға ошо матур тауҙы нисек күрһәтмәйһең”, – тип бүлеште өйләнешкән пар журналистарға.

...Геопарк, тирмәләр, кафе тигәс, тау янында аҡса эшләү, бизнес ҡоралар тигән шик-шөбәләр ҙә тыумай ҡалмайҙыр. Ошо урында шуныһын да асыҡлау фарыз: геопарк коммерция булмаған ойошма нигеҙендә эшләп килә һәм ул тулыһынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағында. Сығымдар ҙа урындағы бюджет иҫәбенә. Табыш тигәндән, бында һүҙ уның хаҡында әлегә бөтөнләй бармай, тәү сиратта – изге тауыбыҙ, геопарктың башҡа объекттарында тәртип урынлаштырыу, Башҡортостаныбыҙҙы туризм төбәгенә әйләндереү!

Фирҙәүес НӘБИУЛЛИНА, Ноябрьск ҡалаһынан килгән:
– Йыл да йәй көнө тыуған яҡҡа ял итергә ҡайтабыҙ һәм республиканың төрлө ерҙәренә барабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Торатауға күптән килгән юҡ ине. Бөгөн бында аяҡ баҫҡас аптырап киттем, шул тиклем матур итеп эшләп ҡуйғандар. Хатта ашау, ял итеү, бәҙрәф мәсьәләһенә тиклем хәл ителгән. Ә тауға үрләр өсөн баҫҡыстарына айырым рәхмәт.
Балаларға тауға үрләү ҙә, солоҡсолоҡ серҙәренә төшөнөү ҙә бик оҡшаны.
Ғаилә менән күп сәйәхәт итәбеҙ, шул иҫәптән башҡа төбәктәр буйынса ла. Бындағы матурлыҡ, уңайлыҡҡа етмәйҙер ул. Республикабыҙҙа ошондай уңайлыҡтар тыуҙырған өсөн Башҡортостан етәкселегенә, Радий Хәбировҡа афарин тиергә генә ҡала.

ФАДИЕВТАР ғаиләһе:
– Бөгөн беҙҙең туйыбыҙ. Оҙаҡ ҡына йөрөп өйләнештек. Йәй буйы ямғырҙар яуып тороп, ниһайәт, беҙҙең туйға матур көн булды. Быға бигерәк тә һөйөндөк, сөнки ситтән күп ҡунаҡтар килде һәм уларға Торатауҙы ла күрһәтергә вәғәҙә иткәйнек.
Тау тирәләй ошондай тирмәләр ҡороп, баҫҡыстар эшләгәс, бигерәк тә йәмләнеп киткән. Эргәлә булғас, үҙебеҙ йыш ҡына йөрөйбөҙ, бына хәҙер ҡунаҡтар ҙа йыл һайын килергә вәғәҙә итте.
Ошондай уңайлыҡтар тыуҙырған өсөн рәхмәт еткерәбеҙ.

Заһир ҺАҘИМУЛЛИН, “Торатау” геопаркы директоры урынбаҫары:
– Геопарк көн дә эшләй. Халыҡ һаны күбәйә бара. Яңы объекттар асыла. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: беҙҙә башлыса (80 процент) урындағы халыҡ вәкилдәре йәки ошонда тыуып үҫкән, Торатауҙың серҙәрен белгән, аңлаған кешеләр эшләй.
Яңы объекттар тау тәбиғәтенә мөмкин тиклем зыян килтермәү, килеүселәргә уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән дә төҙөлә.

 


Рәмил МАНСУРОВ.
Ишембай районы. Автор фотолары.

Туҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә,  туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер Торатауға
Туҡһан йәшлек инәйҙәр ҙә, туй күлдәгендәге ҡыҙҙар ҙа күтәрелә хәҙер Торатауға
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас