Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Сентябрь 2024, 12:33

КОНКУРС!

Һинең өләсәйең/олатайың “Березка” шифаханаһында ял итәсәк!

КОНКУРС!КОНКУРС!
КОНКУРС!

Хөрмәтле дуҫтар! “Ашҡаҙар” гәзите, 1 октябрь – өлкән йәштәгеләр көнө айҡанлы, яңы “Минең яратҡан өләсәйем (олатайым)!” исемле конкурс иғлан итә!

Конкурста ҡатнашыу өсөн үҙегеҙҙең өләсәйегеҙ, олатайығыҙ йәки икеһе тураһында ла бер юлы мәғлүмәт, фото, үҙегеҙҙең телефон номерын ебәрергә кәрәк. Хатта атайығыҙ яғынан да, әсәйегеҙ яғынан да бер юлы олатай-өләсәйҙәр тураһында һөйләргә мөмкин.

Заявкалар 1 октябрҙең 12.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәтте ирекле рәүештә төркөмгә хәбәр итеп (сообщение) ебәреү һорала.

Конкурста ҡатнашыу өсөн район-ҡалалалар буйынса сикләү юҡ. Йәки бөтә Башҡортостандан кешеләр ҡатнаша ала!

Төп бүләк – Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “Березка” шифаханаһына юллама!

Белешмә өсөн телефон:8-917-769-60-50. 12+

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас