Тик... йыраҡ түгел гөрһөлдәгән туп тауыштары, автомат тыҡылдауы, күктә осҡан дошман дрондары, теҙелеп киткән хәрби техника, ҡорал һәм “дары еҫе” шунда уҡ ысынбарлыҡҡа алып ҡайта. Тирә-яҡта әлегә байрам түгел, һуғыш...
Әммә ни өсөн был йөҙҙөң балҡығанына төшөнөп бөтөп булмай. Хәйер, бының серен “Танып” (шулай тип таныштыра яугир үҙе менән) һөйләгәндәрҙән аңларға була:
– Айҙар минең исемем, Балтас районынанмын. Позывной алғанда тыуған яҡҡа бәйле атамалар һайлап кем күл, кем тау исемен һайланы, беҙгә, артиллерияға күл атамаһы алырға ярамай. Шуға “Танып” булып киттем, – тип таныштыра үҙе менән яугир.
Йәш булыуға ҡарамаҫтан, Танып хәҙер инде ун йылға яҡын хәрби контракт буйынса хеҙмәт итә. Тәүге контракты әле әрме бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң башлана. “Хәрби кейемде сиске килмәне”, – тип шаярта ул.
Айҙар, һалдат булараҡ, автобатальонда хеҙмәт итә, аҙаҡ контракт буйынса танк ғәскәренә яҙыла, махсус хәрби операцияла иһә орудиены “йүгәнләгән”. Шуныһы ла үҙенсәлекле: махсус хәрби операция башланған мәлдә ул инде контрактын тамамлап, тыуған яғына ҡайтып, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөгән була.
Әммә һуғыш барғанын аңлап һәм был мәлдә ул һыуыҡ Себер тарафтарында түгел, ә бында – хәрби операцияла нығыраҡ кәрәклеген тойоп, Ватаны алдындағы изге бурысын үтәргә тип йәнә хәрби кейемгә үрелә...
– Бергә хеҙмәт иткән егеттәр барыһы ла бында ине, телефондан аралашып торҙоҡ һәм күңелем менән командирҙарым, хеҙмәттәштәрем янында инем инде. Әлбиттә, бөгөн төрлөбөҙ төрлө частарҙа хеҙмәт итә, әммә беҙ барыбыҙ ҙа дошман менән алышабыҙ, – шулай тип дауам итә һүҙен артиллерист.
– Үҙем, Башҡортостанда легендар шәхес, Рәсәй геройы исеме менән аталған батальон төҙөлгәс, бында хеҙмәт итергә булдым, сөнки һаман да республика исеме бар, яҡташлыҡ көсө лә үҙенекен итә. Минең взводта хатта ике-өс километр алыҫлыҡта ғына ятҡан ауылдан булған хеҙмәттәштәрем дә бар.
...Танып һөйләгән мәлдә ирекһеҙ-ҙән беҙҙең янда ишелеп бөтә яҙған бинаға бағам. Ҡап-ҡара ҡором, ҡыйыҡ юҡ... Тәжрибәле яугир шунда уҡ уйҙарымды, дөрөҫөрәге, ҡарашымды һиҙә:
– Дошман ракетаһы эҙемтәһе ул. Ярай шартлау мәлендә унда бер кем дә юҡ ине, ә эргәләге бинала беҙҙең орудиелар, ҡорал һаҡлана, хәүеф урап үтте, – шулай тип бәйән итә яугир бина яҙмышы хаҡында. – Бындай бәхетле осраҡтан да, үҙеңде һаҡлау, дөрөҫ һаҡланыуҙан да күп нәмә тора. Иң мөһиме, ҡурҡмаҫҡа кәрәк, дөрөҫөрәге, төрлө ситуацияла ла үҙеңде ҡулда тотоу мөһим. Әлбиттә, эстән ҡурҡыу тойғоһо килә, әммә һин уны еңергә тейешһең, төрлө осраҡта ла балҡып торорға, үҙеңә ышанырға, шул саҡта ғына дошман пуляһы, ярсығы, дроны урап үтә, шул саҡта ғына һин иҫән ҡала алаһың һәм хәрби бурысты үтәп сығаһың! – Танып һөйләгән мәлдә тәжрибәле яугир булып һын ала күңелдә. “Балҡырға... Төрлө ситуацияла ла балҡырға...” Бына сер ҙә сиселде бит!...
Шулай ҙа яраланып та өлгөргән ул, “Кәләш алғансы төҙәлер әле”, – тип шаярта үҙе был хаҡта.
Тәжрибәле тигәндән, Айҙар ысынлап та, бөгөн инде Жуков миҙалы, Шайморатов ордены, миҙалы менән бүләкләнгән. Яуҙаш-тары йәш командирҙы хөрмәт итә, дошман да танып тора Таныпты. Яуҙырған утынан...
– Бер төшһә, өс йөҙ метр радиуста бер дошманды ла ҡалдырмай, уңышлы эләккән осраҡта техникаһын да көл итә, беҙ пехотаны ҡаплап барабыҙ, улар штурмға бара, шулай метрлап-километрлап Украина һал-даттарын ҡыҫырыҡлайбыҙ, – тип орудиеһын да маҡтап ала яугир. Шулай ҙа ниндәй генә ҡорал менән тәьмин итмәһендәр, әгәр яныңда ышаныслы яуҙашың булмаһа, бер еңеүҙә лә яуап булмай.
– Ике йыл хеҙмәт итәбеҙ, әлеге мәлгә бер генә лә хеҙмәттәшемдең ялыулашҡанын ишеткән юҡ, һәр саҡ иң терәргә торалар, яу мәлендә бер организм һымаҡбыҙ. Был Шайморатовсыларҙың асылы, деви-зы! – тип ослай һүҙен артиллерист. Ике йыл тигәндән, ошо көндәрҙә үткән тыуған көнөн дә яҡташыбыҙ ата-әсәһе, һөйгән йәре янында түгел, яуҙаштары араһында үҙенең “2Б11”се минометы менән дошман-ды “бейетеп” ҡаршы алған.
Бындай егеттәребеҙ булғанда хәрби рух та ҡаҡшамаҫ, Еңеү ҙә көттөрмәҫ! Ә тыуған көндәрҙең артабанғыһы ла килер ул, уларын тыныслыҡта имен-һау ҡаршы алырға яҙһын. Һине батырлыҡтарыңдан тағы танырбыҙ әле, Танып!
Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге телефон һандары бу-йынса шылтыратып белешә ала: 8 (917) 462 89-17; 8(3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районының хәрби комиссариаты (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).
Рәмил МАНСУРОВ.
Махсус хәрби операция биләмәһе.