Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Октябрь 2024, 08:05

Һыуыҡ осорҙа янғынға нисек юл ҡуймаҫҡа

Йыл һайын көндәр һыуытыу менән республикала янғындар һаны арта башлай. Был электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмауға бәйле.

Һыуыҡ осорҙа янғынға нисек юл ҡуймаҫҡаҺыуыҡ осорҙа янғынға нисек юл ҡуймаҫҡа
Һыуыҡ осорҙа янғынға нисек юл ҡуймаҫҡа

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, һуңғы биш йылда Башҡортостанда электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында 10 меңдән ашыу янғын сыҡҡан. Әгәр 2019 йылда ошо сәбәпле 1805 янғын сыҡһа, 2023 йылда иһә был күрһәткес – 2151. Хәүефле һандар, ти ҡотҡарыусылар. Ә психологтар, күптәр электр ҡо- рамалдарын көнкүрештең күнегелгән өлөшө итеп ҡабул итә, ә был һаҡ булыу ихтыяжын кәметә, тип аңлата. Көҙгө һы- уыҡтар осоронда, бигерәк тә йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем, күптәр электр йылытҡыстар менән файҙалана башлай. Һөҙөмтәлә электр селтәрендә көсөргәнеш арта, шуға күрә был осорҙа ҡорамалдарҙың төҙөклөгөнә айырыуса иғтибарлы булығыҙ.

Йылытҡысты нисек һайларға?

Тәүҙә йылытыу ҡорамалдарының оптималь ҡеүәтен иҫәпләп сығарығыҙ. Бының өсөн иҫәпләүҙең иң ябай ысулын ҡулланырға мөмкин: 1 квадрат метрҙы йылытыуға 100 Вт йылылыҡ талап ителә. Мәҫәлән, 10 квадрат метрлыҡ бүлмәгә дөйөм ҡеүәте 1 кВт тәшкил иткән йылытҡыстар кәрәк. Ләкин ҡеүәт менән һаҡ булырға кәрәк. Заманса йылытҡыстар һөҙөмтәле, улар бер нисә минут эсендә теләһә ҡайһы бүлмәне йылыта, ләкин юғары ҡеүәт сымға артыҡ көс өҫтәй һәм янып китеүе ихтимал. Мәҫәлән, һеҙ йылытҡыс, сәйнүк, кер йыуыу машинаһын бер юлы ҡабыҙһағыҙ, селтәргә артыҡ көсөргәнеш буласаҡ. Был осраҡта йә тығындар сафтан сыға, йә янғын менән тамамлана. Әгәр электр ҡорамалдарын тоҡандырғас, янған сым еҫен һиҙһәгеҙ, уларҙы шунда уҡ һүндерегеҙ һәм белгес саҡырығыҙ.

Ҡулдан яһалған «йылытҡыстар» ме- нән ҡулланмағыҙ! Бөгөн магазиндарҙа һәм маркетплейстарҙа хаҡы һәм ҡеүә- те буйынса йөҙҙәрсә вариант табырға мөмкин. Янғын хәүефһеҙлегенә ҡа- ғылышлы аҡса йәлләргә ярамай: мең һумды һаҡлап ҡалып, тотош йортто юҡ итеүегеҙ ихтимал.

Әгәр заводта етештерелгән йылыт- ҡыс һатып алып, уны дөрөҫ ҡулланһағыҙ (графиканы ҡарағыҙ), янғын өсөн дә, тимәк, борсолоу өсөн дә сәбәп юҡ. Әлеге мәлдә йылытҡыстарҙың күбеһендә махсус һаҡ системаһы ҡуйылған. Ҡорамал артыҡ йылына башлау менән ул автоматик рәүештә һүндерелә. Был функция электр сел- тәренә көсөргәнеште кәметергә һәм янғындарҙы булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ҡайһы бер моделдәрҙең ҡорамалды һүндереү системаһы ла була. Ҡулланыу ҡағиҙәләрен уҡығыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. Йылытыу системаһының торошон күҙәтеп тороғоҙ, ваҡытында ремонтлағыҙ һәм деталдәрҙе алмаштырығыҙ, әммә был эштәрҙе квалификациялы белгес кенә башҡарырға тейеш.

Баҙарҙа яңы һәм хәүефһеҙ моделдәр барлыҡҡа килә. Хәҙер йылы һауа өрҙөргөстәр һәм майлы радиаторҙарҙан тыш, кварц һәм инфраҡыҙыл йылытҡыстар ҙа бар – һайлау мөмкинлеге ҙур. Һәр ҡорамалдың ҡулланыу мөҙҙәте бар, ул уртаса 10 йыл самаһы тәшкил итә. Ошо ваҡыттан артыҡ файҙаланыу хәүефле булыуы бар.

Йылытыу ҡорамалдарының үҙенсәлектәре

Инфраҡыҙыл. Һауаны түгел, ә объекттарҙы йылыта. Асыҡ урындар өсөн нығыраҡ тура килә. (2000 – 5000 һум)

Майлы радиатор. Хеҙмәтләнде- реүҙә ябай, ләкин ныҡ ҡыҙа, яңылыш тейеп, яныу, бешеү ихтималлығы ҙур. (3000 – 7000 һум)

Йылылыҡ вентиляторы. Бүлмәне тиҙ йылыта, ләкин күп энергия сарыф итә һәм шаулап эшләй. (1500 – 2500 һум)

Конвекторҙар. Компактлы, дизайнға яҡшы тура килә. Һүндергән осраҡта бик тиҙ һыуына. (3000 – 6000 һум)

Кварц йылытҡыс. Һөҙөмтәле йылыта, һүндергәндән һуң да йылы бүлә. Ҙур биналарҙы йылытыуға яраҡһыҙ. (1500 – 3000 һум)

Мейескә иғтибарлы булығыҙ

Янғынға төҙөк булмаған мейес тә сәбәпсе булыуы ихтимал. Йылытыу миҙгеле башланыр алдынан мейесте мотлаҡ тикшерегеҙ һәм ремонтлағыҙ, төтөн сығыу юлын ҡоромдан таҙартығыҙ, аҡлағыҙ. Аҡ төҫтәге мейестә янғын сәбәпсеһе булыуы ихтимал төҙөкһөҙлөктәрҙе һәм ярыҡтарҙы күреү еңелерәк, сөнки аҡ фонда төтөндән ҡара эҙ ҡала. Артыҡ ҡыҙҙырмаҫ өсөн мейестәрҙе көнөнә ике-өс тапҡыр яғығыҙ. Ут тоҡандырыу өсөн бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы һәм башҡа янар шыйыҡсалар ҡулланмағыҙ. Балаларығыҙға мейес тоҡандырырға һәм уны күҙәтергә ҡушмағыҙ.

Янғын иҫкәртеү ҡорамалы ҡуйығыҙ

Һандарҙан күренеүенсә, ошо ябай ғына ҡорамал арҡаһында республикала 1145 кеше, шул иҫәптән 438 бала ҡотҡарылған. Оло йәштәгеләр, күп балалы ғаиләләр уны бушлай алыу мөмкинлегенә эйә. Ғаризаны уңайлы ысул менән бирергә мөмкин:

  Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 272-00-24 телефоны аша шылтыратырға йәки centrppu@ppsrb.ru электрон почтаһына яҙырға;
  Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтындағы «Граждандар мөрәжәғәттәре» бүлегенә яҙырға;
  Дәүләт хеҙмәттәре аша;
  Күп функциялы үҙәк аша.

МӨҺИМ!
Йылытҡысығыҙ ниндәй генә заманса һәм хәүефһеҙ булмаһын, һаҡ булығыҙ һәм ҡорамалды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор:
Читайте нас