Ҡартатайым менән өләсәйем Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Ҡартатайым Фәйзрахман Егетбай улына 23, өләсәйем Дамира Дамулла ҡыҙына 18 йәш булғанда өйләнешәләр. Бына инде 52 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Биш бала үҫтергәндәр. Хәҙер 12 ейән -ейәнсәрҙәре, 1 бүләсәрҙәре бар!
Балаларын үҫтереп, уҡытып, өйләндереп, кейәүгә биреп оҙатып ебәргән ғәзиздәрем бөгөн ҡул ҡаушырып ултырмай. Тирә -яҡты, урманды, йылға буйҙарын таҙалай.
Хатта ҡартатайымдың инициативаһы менән 2017 йылда "Таҙа Һаҡмар" акцияһы үткәрелеп, Һаҡмар йылғаһы Әбйәлилдән Ырымбурғаса таҙартылды. Ул йылда республикала "Йыл экологы" тип танылды. Үҙе һөнәре буйынса эколог түгел, әлбиттә. Бары ветеринар, тик күңеле менән тәбиғәткә мөкиббән киткән. Әйткәндәй, ул ауылдағы тау битләүен кәртәләп, унда 1600 төп ағас ултыртҡан кеше! Ә бит уға 75 йәш! Йылдан йыл күбәйтеп барып, быйыл үҫентеләр һаны шул 1600 -гә барып етте. Ҡоро йылдарҙа үҙе ташып һыу ҡойҙо.
Өләсәйем ғүмер буйы почтальонка булып эшләгән. Әле уға 70 йәш. Ҡартатайымдың һәр ғәмәлен хуплап, ярҙамлашып янында йөрөй. Өләсәйем ауылдағы фольклор ансамбль ағзаһы ла. Ә өйҙә шәп хужабикә! Уның ҡомалаҡ икмәге, ҡорото, аҡ һәм ҡыҙыл эремсеге телде йоторлоҡ!
Яратам! Ғорурланам! Оҙон ғүмер теләйем!