Ашҡаҙар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь , 10:06

Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...

Рузалина Әминева өләсәһе хаҡында:

Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...
Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...

Минең өләсәйем Файзуллина Сәғүрә Сәләхетдин ҡыҙы. Йәмле Бөрйән районының Байназар ауылында 1949 йылда ғаиләләренә шатлыҡ өҫтәп, 4-се бала булып донъяға килгән. Ата-әсәйе колхоз хеҙмәткәрҙәре була. Өләсәйемдән һуң, тағы 6 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Ҙур ғаиләлә бик уңған,тырыш булып үҫкәндәр улар. Өй эштәрен һәр береһе менән бүлешеп, кәрәк саҡта кәңәш биреп, бәләкәс ҡусты-һеңлеләрен ҡурсалап үҙҙәре көткән.


Байназар мәктәбендә 10 класты тамамлағас, колхозға эшкә бара. Унда бер аҙ эшләп алғандан һуң, 1969 йылда "Таң" гәзитенең типографияһына хәреф йыйыусы булып эшкә урынлаша. Коллективҡа тиҙ генә өйрәнә һәм шунда уҡ тырышып эшен дә башлап ебәрә. Һаҡлы ялға сыҡҡансы, үҙ көсөн ошо эшенә бағышлай. 1982 йылда партия сафына баҫып, коммунист булып китә. Өләсәйем, "Коммунистик хеҙмәт ударнигы", "Хеҙмәт ветераны", шул уҡ ваҡытта, бер нисә йыл рәттән ауыл район советының депутаты ла булып өлгөрә. Алдынғылар сафында булған өләсәйемдең фотоһүрәте почет таҡтаһынан төшмәне.

Сәғүрә Сәләхетдин ҡыҙын ҡайғылар ҙа урап үтмәне. 2002 йылда 1 йәшлек сабыйын ҡалдырып, 29 йәшлек ҡыҙы баҡыйлыҡҡа күсә. Бала ҡайғыһынан да ауыры юҡтыр... Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә... Сабыйын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш, төндәрен илап:
"Балаҡайыма ғүмер бир, бәхет, тәүфиҡ бир",-тип Аллаһы Тәғәләгә доғалар уҡыған. "Бер кемгә лә бирмәйем баламды",-тип һүҙ биргән өләсәйем, олатайым менән мине икәүләп тәрбиәләп үҫтерәләр.


2 йәшемдән генә балалар баҡсаһына йөрөй башланым, унан инде мәктәп тупһаһын да тапар ваҡыттар етте. Олатайым менән өләсәйем бер нәмәгә лә ҡарамай, һәр ваҡыт янымда булдылар. Атайлы-әсәйле балалар кеүек үк, наҙға, мөхәббәткә сорналып үҫтем. Тик ҡайғы аяҡ аҫтында ғына була. 2011 йылда ҡаты ауырыу олатайымды беҙҙең арабыҙҙан алып китеп барҙы... Ошо көндәрҙән башлап, өләсәйем менән икебеҙ донъя көтә башлайбыҙ.
Өләсәйемә быйыл декабрҙә 75 йәш тула. Ошо йәшенә ҡарамаҫтан, ул бик йәш күренә, әле лә йүгереп йөрөй, ҡулынан бер ваҡытта ла эш төшмәй. Беҙҙең өләсәй бик бай: 2 ейәнсәре, 2 ейәне һәм 2 балаға ҡарт-өләсәй. Өләсәйебеҙҙе хөрмәт итмәгән кеше юҡтыр ул яныбыҙҙа. Сөнки кем генә ярҙам һорамаһын-һәр ваҡыт ярҙам итә, кәңәш һорап килһәләр ҙә, бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай.


Мин шул тиклем уның менән ғорурланам! Ул миңә барлыҡ ата-әсә йылыһын биреп, бар көсөн һалып үҫтерҙе. Уның тәрбиәһендә үҫеп, ышанысын аҡлап, әлеге көндә аяғымда ныҡлы баҫып торам, Аллаға шөкөр! Өләсәйемдең битенә ҡыҙыллыҡ килтермәй, уның ғорурлығы булып, һөйөндөрөп йәшәгем килә. Күпме генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәм дә, әҙ кеүек тойола. Өләсәйем алдында мин һәр ваҡыт рәхмәт һүҙәрен әйтеп, баш эйәм! Иң мөһиме уға һаулыҡ, бәхетле, оҙон ғүмер теләйем!

Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...
Өләсәйем ул ҡайғыларҙы нисек үткәргәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә үҙе генә белә...
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: