Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
15 Октябрь 2024, 08:04

Етәксебеҙгә – юғары награда!

Бөгөн Өфөлә республика журналистары араһында иң юғары награда тапшырылды – быйылғы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын билдәләнеләр. Улар араһында “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров та бар!

Етәксебеҙгә – юғары награда!Етәксебеҙгә – юғары награда!
Етәксебеҙгә – юғары награда!

Рәмил Ғәбдрәшит улы комиссия иғтибарына үҙенең махсус хәрби операцияға барып яҙған репортаждарын тәҡдим иткәйне. Был яҙмаларға геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтары, хәрби хеҙмәте, берҙәмлеге сағыла. Мәҡәләләр “Ашҡаҙар”, “Стерлитамакский рабочий”, “Башҡортостан” һәм башҡа гәзиттәрҙә, шулай уҡ “По зову Родины” (“Ватан саҡырыуы буйынса”) китабында башҡорт һәм рус телдәрендә донъя күрҙе.

“Ашҡаҙар” гәзите өсөн махсус хәрби операция темаһы иң төп тема булып ҡала. Баҫма биттәрендә яугирҙәр, гуманитар ылауҙар тураһында мәҡәләләр генә баҫылып ҡалмай, быйыл яҙ “Ашҡаҙар” гәзите приздарына һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған “Беҙ бергә” спорт-мәҙәни фестивале лә иғтибарға лайыҡ. Был ҙур сараның башында ла етәксебеҙ нәҡ үҙе торҙо.

Баҫмабыҙ тарихында беренсе тапҡыр бындай юғары исемгә – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты тигән исемгә лайыҡ булған Рәмил Ғәбдрәшит улын ихлас йөрәктән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!


Ихтирам менән “Ашҡаҙар”ҙар.

Етәксебеҙгә – юғары награда!
Етәксебеҙгә – юғары награда!
Автор:
Читайте нас