Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Октябрь 2024, 06:31

БЕҘҘЕҢ БАШҠА СЫҒЫУ ЮЛЫ ЮҠ

...Февраль төнөндә взвод дошман позицияларын штурмларға юллана. “Тәүге “өсәү” тәүге бер нисә тиҫтә метрҙы уңышлы үтеп, икенсе “өсәүҙе” радио аша саҡырҙы. Шулай әле шыуып, әле йүгерә-йүгерә, “егерме һигеҙе” лә алға йүнәлде. Тик... дошман уларҙы күреп ҡалды. Ун ғына штурмовик дошман позицияларына үтеп инеп, унда аяҡ баҫырға өлгөрҙө. Ҡалғандары “ике йөҙөнсө” булып ятып ҡалды. Трофей сифатында беҙҙең һалдаттарға үҙ частарының координаталары күрһәтелгән дошман планшеттары һәм ике әсир эләкте. Штурмовиктар взводын етәкләгән ротный еңел тын алды: “Булды, егеттәр. Үҙ эшебеҙҙе эшләнек. Хәҙер закрепщиктарҙы көтәбеҙ”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, штурмовиктар өсөн барыһы ла яңы ғына башлана ине. Дрондар торналар кеүек осоп төштөләр...”

БЕҘҘЕҢ БАШҠА СЫҒЫУ ЮЛЫ ЮҠБЕҘҘЕҢ БАШҠА СЫҒЫУ ЮЛЫ ЮҠ
БЕҘҘЕҢ БАШҠА СЫҒЫУ ЮЛЫ ЮҠ

Ошондай хәтирәләргә бирелде махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Башҡортостан” полкының “Бах” позывнойлы штурмовигы үҙенең яу юлындағы бер алыштары тураһында. Ә бит бындай алыштарҙы улар күпме тапҡыр кисерә!...

Шул арала дрондар үҙҙәренең бысраҡ эштәрен башҡарып йөрөй. “Беҙҙекеләр ысынлап та аяҡ баҫып өлгөрмәне, уларҙа ла һәләк булыусылар, яраланыусылар бар ине инде. Етмәһә, икәүһе ауыр. Береһенең аяғы ҡамсылай эленеп торған, икенсеһе лә йөрөрлөк түгел. Һалдаттар уларҙы ҡулдарынан килгәнсә бинтлап, промедол һалдылар. Тик уларҙың береһен бер ниндәй ҙә промедол тынысландыра алманы. Ул һыҙланыуҙан шул тиклем көслө ҡысҡырҙы, дошман позицияларына ла ишетелгәндер, моғайын. Бәхеткә күрә, трофейҙар араһында морфин (Украина Ҡораллы Көстәрендә ул промедол урынына ҡулланыла) булған. Уны ҡаҙанылар. Һалдат тынысланғандай булды”.

“Беҙ дүртәү һәм ике тотҡон пулемет ояһына ултырҙыҡ, – тип дауам итә “Бах”. – Ул “оя” исемле һыйыныу урыны ҡыйыҡһыҙ соҡор һәм бер нисә бүрәнәнән генә тора ине. Дрондар тағы ла осоп инде. Тәүҙә разведчик, унан “Баба Яга” – 82 миллиметрлы дүрт миномет снарядына тиклем күтәрә алған ҙур аппарат. Был “Баба Яга” биш тапҡыр осоп килде. Хохолдар үҙҙәренең тотҡондарын эҙләргә сығып киткән ине инде. Уларҙы радио аша саҡыртып, беҙҙең окоптарға аталар. Ә беҙҙең закрепщиктар: “Тағы бер сәғәт түҙегеҙ. Һеҙҙе алмаштырырҙар...” тип ҡабаталаны...
Сираттағы һөжүм ваҡытында “Амур” позывнойлы яугиргә мина шлемына килеп бәрелә, ҡаҡлығып аяҡ аҫтына килеп төшә. Бер секунд әйләнә, ике секунд... Бөтә ғүмере күҙ алдында осоп үткәндәй була шул саҡ “Бах”тың.

...Һуғышта ваҡиғалар план буйынса бармауы ғәҙәти күренеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дошман “закрепщиктарға” баш күтәрергә лә ирек бирмәй. Шулай ете сәғәт үтеп китә. Өҫтәмә ярҙам килмәйәсәге асыҡланғас, штурмовиктар сигенергә була. “Беренсе булып ике тотҡон һәм ике яралы һалдатыбыҙҙан торған бер төркөм китте. Әсирҙәрҙең бушлаттарын сисеп, ҡаты яралыны шуға һалып, һөйрәргә ҡуштылар. Ә беҙҙең еңел яралы егет автомат менән уларҙы оҙата барҙы”, – тип дауам итә һүҙен яугир. – Әммә тиҙҙән тотҡондарҙың береһе кире әйләнеп, уларҙы дрон ҡыуып етеүе тураһында хәбәр итте: “Һеҙҙең өс йөҙөнсө инде ике йөҙөнсө булды”. Икенсе тотҡон ауыр яралы менән тороп ҡалған. Һалдаттар ул ҡасҡандыр, тип уйланы. Ашығып эҙләргә тотондолар. Һәм уны беҙҙең ҡаты яралы кеше янында таптылар. Ошондай үҙенсәлекле хәлдәр ҙә була һуғышта...”

Шулай ҙа, ул көндө ҡалған штурмовиктар әсирҙәрҙе тапшырырға өлгөрә.

***

Себерҙең Сорғот ҡалаһында үҫкән, Ҡаҙағстан егете “Бах”, “Сургутнефтегаз”ында водитель булып эшләгән. Хәрби хеҙмәттән һуң 2018 йылда ата-әсәһенең тыуған яғына, Ишембай районына ҡайта. Һәм бер көндө, уның өсөн еңел булмаған, ҡарар ҡабул итә: махсус хәрби операция зонаһына барырға. 112-се Башҡорт атлы дивизияһында олатаһы һуғышҡан урында нацистар тағы ла ҡара байраҡтарын йәйгәндә ул ситтә тора алмай. “Мин булмаһам, тағы кем!” лозунгы уның өсөн ябай һүҙ түгел. Кадет класында уҡыған ике ҡыҙ һәм бер малайҙың атаһы үҙе өсөн ошо юлды һайлай. Иртәрәк барыр ине, әммә беренсе тапҡыр ҡатыны ҡаршы төшә. Уны, ике бала әсәһен, шул уҡ ул ваҡытта өсөнсөгә ауырлы мәлдә, аңларға мөмкин. Шулай итеп, Доставалов батальонына ул эләгә алмай.

“Азовтар, кракендар, грузин легионы беҙгә ҡаршы торҙо, – ти “Бах”. – Барыһы ла Украина ҡораллы көстәренең һуғышҡа иң һәләтле частары булып иҫәпләнә. Улар тыныс халыҡҡа ҡарата ҡаты бәғерлелеге менән дан яулай. Улар араһында иң “аяуһыҙҙары” – грузиндар. Тотҡондар менән нимә эшләйҙәр – был хаҡта һөйләмәү яҡшыраҡ. Һуңғы ваҡытта эфирҙа поляк телмәре ишетелә башланы...”

...Һуғышсыларҙы Н.В.Гоголь һәм рәссам А.И.Куинджи тарафынан данланған дөм ҡараңғы украин төнө ҡаршы ала. Әммә был улар өсөн файҙаға ғына була. Килеп төшкәс, тиҙ генә позицияларға юлланлар. Шулай “Бах” закрепщиктар (штурмовиктарҙан һуң позицияларҙа нығытылғандар) ротаһына эләгә. 2024 йылдың ғинуарында штурмовик булып китә.

Беҙ уны тап шул һуғышта алған йәрәхәт арҡаһында отпускыла булған сағында осраттыҡ. Әле ул операцияны көткән арала реабилитация үтә. Уның наградалары хәрби юлы тураһында һөйләй: Жуков һәм “За отвагу” миҙалдары. Беҙҙең әңгәмәбеҙ МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн иң нескә, ҡайһы саҡта әрнеүле темаларға даими ҡағылды.

“Офицер офицерҙан айырыла”, – тип дауам итте “Бах”. – Закрепщиктар ротаһында хеҙмәт иткәндә унда элекке сиркәү әһеле замполит ине. Ул үҙ эшен белә ине. Хәҙер беҙҙең штурмовик – рота командиры, Өфөнән килгән шәп егет. Һалдаттар артында йәшенмәй. Беҙҙең менән штурмдарға йөрөй. Кәрәк саҡта етәкселәргә турыһын да әйтеп һала.

Йышыраҡ, юғары белемлеләр офицерға үрләтелә. Әммә ҡайһы берҙә ябай тәжрибәле һалдат, сертификатлы инженер йәки юристҡа ҡарағанда, күпкә яҡшыраҡ команда бирә. Шулай ҙа, офицер дәрәжәһенә лайыҡлы рядовой һалдат, ҡыҫҡа ғына курс үткәс, хәҙер рота командиры булып, кесе лейтенант дәрәжәһен ала ала. Был абруйлы яугирҙәр араһынан перспективалы таланттарҙы асыҡларға һәм өҫкә үрләтергә мөмкинлек бирә”.

“Башҡортостан” полкы тигәндәй, унда Ырымбур, Мәскәү өлкәһе, Ульяновск егеттәре һуғыша икән.
“Ни тиһәң дә, бөтә Көнбайыш беҙгә ҡаршы. Был һуғыштың күпмегә һуҙылырын белмәйем. Тик шуны асыҡ әйтә алам: беҙгә еңеп, бөтә донъяны илебеҙҙе хөрмәт итергә мәжбүр итеүҙән башҡа сара юҡ!” – ошолай мәғәнәле итеп тамамланы һүҙен яугир.

“Бах”ҡа, махсус хәрби операцияла булған бөтә батырҙарыбыҙға тиҙерәк Еңеү менән имен-аман әйләнеп ҡай-тыуҙарын теләйбеҙ!

Фаяз ЙОМАҒУЖИН.
Фото “Бах”тың шәхси архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас