Унда социаль координаторҙар – Айгөл Хазинур ҡыҙы Ғүмәрова, Эвелина Николаевна Ермилова махсус хәрби операция ветерандары һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән эшләйҙәр. “Ватан һаҡсылары” фондының эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн филиалдың координаторы Айгөл ҒҮМӘРОВАғамөрәжәғәт иттек.
“60 меңдән ашыу мөрәжәғәт итеүсегә ярҙам ителде”
– Айгөл Хәзинуровна, махсус хәрби операция ветерандарына Фонд филиалы тарафынан күрһәтелгән төп ярҙам саралары тураһында ентекләберәк аңлатығыҙ әле? Был фонд филиалына мөрәжәғәттәр күп буламы?
– Һүҙҙе республика тәңгәлендә алып барыу дөрөҫ булыр. Әлеге ваҡытта республика буйынса махсус уҡыу үткән 97 социаль координатор эшләй. Фондтың филиалы асылғандан алып унда егерме ете меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. 65 мең мөрәжәғәт ҡабул ителде. Шуларҙың 60 меңдән ашыуы – хәл ителде. Ошо бер йылдан саҡ ҡына ашыу ваҡыт эсендә беҙҙең филиалда ла бик күп эштәр эшләнде.
Фондтың төп маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына һәм яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына шәхсән социаль ярҙам саралары күрһәтеү.
Яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары төрлө һорауҙар менән күп мөрәжәғәт итә. Фонд филиалы республика министрлыҡтары һәм ведомстволары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Төп ярҙам саралары булып башлыса документтарҙы рәсмиләштереү, юридик һәм медицина ярҙамы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле, федераль һәм төбәк түләүҙәре, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы йәки хәрби хәрәкәттәр инвалиды статусына эйә булыу, медицина реабилитацияһы, психологик-психотерапевт ярҙамы алыу, протезлауҙа булышлыҡ итеү, көнкүреш мәсьәләрендә ярҙам итеү кеүек мөһим мәсьәләләр тора.
“Әсәй” ҙә, “табип” та, “психолог” та, “юрист” та булырға тура килә
– “Ватан һаҡсылары” фондының төп маҡсаты һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
– Фонд Ватан һаҡсыларына тыныс тормошҡа яйлашырға һәм тейешле ярҙам сараларын алыуҙа булышлыҡ итә. Беҙ түбәндәге йүнәлештәр буйынса ярҙам күрһәтәбеҙ:
- комплекслы булышлыҡ итеү, социаль һәм йәмғиәткә яраҡлашыуҙы тәьмин итеү, уҡытыу, эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ итеү;
- психологик-терапевт ярҙамы;
- социаль ярҙам сараларын юллау һәм уның менән файҙаланыу йәһәтенән юридик ярҙам;
- дарыуҙар, медицина изделиелары, техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары функциональ протездар һәм протез-ортопедия тауарҙары менән тәьмин итеү;
- медицина реабилитацияһы, паллиатив медицина ярҙамы, шифахана-курорт дауаһы, өйҙә (оҙайлы) тәрбиәләү хеҙмәттәренән файҙаланыуға булышлыҡ итеү;
- инвалид ветерандарҙың торлаҡ биналарын шәхси ихтыяждарға яраҡлаштырыу;
- документтар юллауҙа (тергеҙеүҙә) һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алыуҙа ярҙам итеү.
Дәүләт фондының Эксперт советы тарафынан махсус операция инвалид ветерандары һәм хәрби хеҙмәттән бушатылған яугирҙәр өсөн протездарҙың ун төрө раҫланылды. Ошо йәһәттән социаль координаторҙар бөгөнгө көндә 146 инвалид ветерандың мәсьәләләрен хәл итеү тураһында хәстәрлек күрә.
Быйыл июнь айынан Фондтың филиалы техник реабилитация саралары алыу мәсьәләһен ыңғай хәл итеү өсөн, электрон сертификатҡа өҫтәмә түләүгә ғаризалар ҡабул итеү эшен башланы. Әлеге ваҡытта ике инвалид өҫтәмә түләү алды, дүрт ғариза хәл ителеү өҫтөндә.
“Ветерандарҙы йәлеп итергә тырышабыҙ”
– Һуғыш ғәрәсәтенән һуң тыныс тормошҡа ҡайтыу юлын үтеү һәр кемгә лә еңел бирелмәй. Яу яраларынан тыш, йән яралары ла бар шул...
– Эйе, беҙҙең эшебеҙ күп ҡырлы, һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндәбеҙ. Беҙҙә яугирҙәрҙе реабилитациялау мәсьәләләре хәл ителә, инвалидлығы булған ветерандар өсөн торлаҡты яраҡлаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡабаттан уҡытыуҙа, хеҙмәткә урынлаштырыуҙа ла ярҙам күрһәтелә. Юридик ярҙам да мөһим йүнәлеш булып тора. Ҡыҫҡаһы, беҙгә яугирҙар өсөн “әсәй” ҙә, “табип” та, “психолог” та, “юрист” та булырға тура килә. Шөкөр, донъяла изге күңелле, ярҙамсыл кешеләр ҙә бар. Мәҫәлән, кисә бер инвалид яугирҙе Өфөгә Хәрби госпиталгә (дауаханаға) ебәреү өсөн юлға такси хаҡын бер бағыусы түләне. Исемен әйтмәүебеҙҙе үтенде.
Беҙҙең филиал йәмәғәтселек ойошмалары менән бергә патриотизм тойғоларын нығытыуға, тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауға һәм махсус хәрби операцияла һәләк булғандар тураһында хәтер һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, үткән йылда республика буйынса ике меңдән ашыу патриотик сара, түңәрәк өҫтәл, брифингтар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды һәм Стәрлетамаҡтағы филиал да был йәһәттән әүҙем эшләй. Даими рәүештә үҙебеҙ ҙә халыҡ менән осрашыуҙарға сығабыҙ, ветерандарыбыҙ өсөн концерттар ойошторабыҙ. Махсус операцияла ҡатнашыусы ветерандарҙың исемен мәңгеләштереү, күрһәткән батырлыҡтарын данлау буйынса саралар уҙғарабыҙ.
Мәҫәлән, Республика көнөнә арнап, фонд филиалы урынлашҡан бина ҡаршыһында ветерандарыбыҙ өсөн патриотик рухтағы ҙур концерт программаһы әҙерләнек.
Беҙҙең Фондтағы мәҙәни-ял итеү эшмәкәрлегенән тыш, йәнә лә төп йүнәлештәрҙең береһе – ул паралимпия спортына йәлеп итеү. Ветерандар ил буйынса уҙғарылған бөтә спорт сараларында ла ҡатнаша. Беҙҙең ҡаланан да ҡатнашыусылар бар.
Беҙҙең филиал ишектәре барыҡ категориялар өсөн дә асыҡ. Беҙ иртәнге сәғәт 9.00-дән алып 18.00-гә тиклем эшләйбеҙ. Ғөмүмән, бер юлы бер нисә йүнәлеш буйынса ярҙам алырға мөмкин. Өҫтәмә һорауҙарҙы 8 (347) 268-01-02 телефоны буйынса асыҡларға мөмкин.
– Төплө һәм мөһим яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Еңел булмаған эшмәкәрлегеҙҙә уңыштар теләп ҡалабыҙ!
ВРЕЗ: ... Беҙ Айгөл Хәзинур ҡыҙы менән һөйләшкән арала фондҡа бер нисә яугир килеп китте. Әйткәндәй, фондтағы 2-се координатор Эвелина Николаевнаның тормош иптәше Дмитрий Ермилов та 18 көнгә ялға ҡайтҡан икән. “Мин үҙем – офицерҙар династияһынан. 2001 йылда Вологдала хәрби ҡаласыҡта тыуғанмын, – тип һөйләй “Волга” позывнойлы яугир. Башта ул илебеҙҙең төрлө тарафтарында офицер булып хеҙмәт иткән. Мобилизация башлағандан алып бына ике йыл инде махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Беҙ, мобилизациялағылар һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта, – ти Дмитрий-“Волга”. Луганскиҙа өҙөклөктәрҙе бөтөргәндән һуң, Курск янында һуғышты туҡтаттыҡ, – тип һөйләй яугир. – Бына әле ҡыҫҡа ғына ялға ҡайтарҙылар”.
Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Бер ялға ҡайтҡанында С.Юлаев миҙалын тапшырғандар.
Унда ул 29603-сө полкта аҙыҡ түлек-хеҙмәте начальнигы икән.
– Беҙҙең полк төрлө ерҙән йыйылған – Пензанан да, Ульяновск өлкәһенән дә, Башҡортостандан да. Беҙҙең 3-сө полк Пензала формалаштырҙылар (Пензала барлыҡҡа килде). Бик берҙәм полк. Яу яланында ла бошоноп ятмайбыҙ – кәрәк икән ашарға ла бешерәбеҙ, ҡоймағын да ҡоябыҙ, йырлап-бейеп тә алабыҙ. Беҙҙә гармун тауыштары, ҡурай моңдары, йыр-бейеү өҙөлмәй.
Әйткәндәй, Ермиловтарҙың бер бөртөк кенә ҡыҙы бар икән. Күптән түгел кейәүгә биргәндәр. Кейәүҙәре Стәрлетамаҡ районы Ҡуғанаҡ ауылынан – ун бер балалы ҙур ғаиләнән. Ул да махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға ебәргәндәр.
Дмитрий асыҡ күңелле егет, яуҙырған һорауҙарыма төплө итеп, тыныс ҡына яуап бирә. “Дошман да йоҡлап ятмай, украин диверсанттары бәләкәй төркөмдәр менән эш итә. Йәшерен-батырын түгел, беҙҙең кейемдәрҙе кейеп, ҡасаҡтар булып ҡыланып, дрондар ебәреп ятыусылар ҙа бар, – тип һөйләй яугир. – Ә беҙҙең формаларҙы магазиндарҙа һатып алыуы бер ни тормай...”
“Махсус хәрби операция зонаһына ебәргән әйберҙәр тәғәйен урынына барып етмәүе тураһында ла ватцапта төрлө мәғлүмәттәр күренеп ҡала. Ә беҙ ебәргән әйберҙәр ҙә ҡайҙалыр юғалып ҡалмай микән?” тип шөбһәләнеүселәр ҙә бар” тигән һорауыма ул былай тип яуапланы: “Барыһы ла үҙ эйәһен таба.”
“Махсус хәрби операция зонаһында иң кәрәкле әйберҙәр нимәләр?” тигәнгә ул: “Блиндаждарҙы ябыу өсөн ҡапҡастар, газ баллондары, һунар мылтыҡтары етешмәй”, – тип аңлатты. – Кемдәрҙең һунар мылтығы бар, фондҡа килтереп тапшырһалар ҙур ярҙам булыр ине, ти элекке офицер. – Һунар мылтыҡтары дрондарҙы юҡ итеү өсөн кәрәк. FPV-дрондарҙы юҡ итеү ҡыйын, әммә мөмкин. Ябай һунар мылтығынан да шәбе юҡ.
...Бына шулай, тыныс тормош менән яу яланы бер түгел, унда ҡаһарманлыҡ менән бер рәттән, етеҙлек, һиҙгерлек һәм берҙәмлек кәрәк.
Ә беҙ, тылдағылар һеҙгә көсөбөҙҙән килгәнсә ярҙам итергә тырышырбыҙ. Иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтығыҙ инде, ил азаматтары!
Ә фондта эшләгән координатор ҡыҙҙарға Ватан һаҡсыларына күрһәткән изгелектәре һәм төплө әңгәмә өсөн рәхмәт! Еңеүҙе яҡынайтыу хаҡына башҡарылған тырыш хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланһын!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Автор фотоһы.
Фото шулай уҡ Айгөл Ғүмәрованың шәхси архивынан алынды.