Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Октябрь 2024, 09:05

ӘЛЕ ГЕНӘ “МЕЙЕСТӘН СЫҠҠАН” ШИҒЫРҘАР МЕНӘН КИЛДЕ

Йәй буйы тиерлек яуған ҡойма ямғырҙарҙан арып-талсыҡҡан әҙәм балаларының күңелдәренә ниндәйҙер бер нур өҫтәгәндәй, йылы, сыуаҡ, ысын мәғәнәһендә, алтын көҙ килде быйыл ергә. Ошо “алтын” көҙҙө тағы ла йәмләндереп, Алтынбикә апайыбыҙ килде беҙҙең Наумовка мәктәбенә.

ӘЛЕ ГЕНӘ “МЕЙЕСТӘН СЫҠҠАН” ШИҒЫРҘАР МЕНӘН КИЛДЕӘЛЕ ГЕНӘ “МЕЙЕСТӘН СЫҠҠАН” ШИҒЫРҘАР МЕНӘН КИЛДЕ
ӘЛЕ ГЕНӘ “МЕЙЕСТӘН СЫҠҠАН” ШИҒЫРҘАР МЕНӘН КИЛДЕ

Беренсе килеүе түгел уның бында. Сөнки уны ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, ә мәктәп уҡыусылары ла һағынып көтөп тора. Ни өсөн тигәндә, һәр килгән һайын “күстәнәскә” тип, өр-яңы китабын тотоп килә ул.
Быйыл да, Республика көнөнә бағышланған күркәм сарала, Фәүзиә апай Ҡотлогилдина үҙенең әле генә “мейестән сыҡҡан” шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, балалар уның тыуған ил, тыуған ер, тыуған тел тураһындағы шиғырҙарын яттан һөйләп, сәсәниәне бик ныҡ һөйөндөрҙөләр. Сара дауамында уҡыусылар Фәүзиә апайға бихисап һорау биреп, төплө яуаптар алып, бик күңелле әңгәмә ойошторҙолар.
Мең рәхмәт һеҙгә, Алтынбикә апай! Беҙҙең балаларыбыҙҙың күңелдәренә иман нуры сәсеп, тыуған телгә һөйөү уятҡанығыҙ өсөн! Илһам шишмәгеҙ һайыҡмай, бөгөнгөләй урғылып торһон. Тағы ла һеҙҙең менән осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.

Гөлшат ВӘЛИЕВА,
Стәрлетамаҡ районы Наумовка урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас