Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Октябрь 2024, 05:36

Үҙ ҡулдары менән үҫтерҙеләр!

Беҙҙең 15-се балалар баҡсаһында бик үҙенсәлекле һәм мауыҡтырғыс проект булып үтте. Балалар, тәрбиәселәре менән берлектә, баҡса үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер бүлемендә йәшелсә үҫтерҙеләр.

Үҙ ҡулдары менән үҫтерҙеләр!Үҙ ҡулдары менән үҫтерҙеләр!
Үҙ ҡулдары менән үҫтерҙеләр!

Был эшкә балалар яҙ башынан тотондо. Иң башта кескәйҙәр ерҙе рәткә килтерҙе: сүп-сарҙан таҙарттылар, утанылар, йомшарттылар һәм дә ҡаҙынылар. Балалар, нисек итеп орлоҡто ергә ултыртыу темаһын ентекле өйрәнгәндән һуң, эшкә тотондолар. Һәр иртә һайын улар балалар баҡсаһына түҙемһеҙлек менән килде: сәскән орлоҡтарына һыу һиптеләр, күҙәттеләр. Эш ваҡытында балалар үҙҙәрендә берҙәмлек, тәбиғәткә ҡарата хәстәрлек тәрбиәләнеләр.

Йәй айҙары еткәс, уңыш йыйыу ваҡыты ла килеп етте! Балалар оло ғорурлыҡ менән ата-әсәләренә үҙҙәренең эштәренең һөҙөмтәләрен күрһәтте: йәшел ҡыяр, ҡыҙыл помидор, кишер, ҡабаҡ, сөгөлдөр, һуған һәм дә бәрәңге! Һәр бала йыйып алған уңышты ауыҙ итеү мөмкинселегенә иреште!

Беҙҙең проекттың атҡарылған эше балаларҙа дуҫлыҡ ептәрен нығытырға ярҙам итте, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләне тип уйлайбыҙ.

Лиана АХАДОВА, Римма ИБӘТУЛЛИНА, тәрбиәселәр.
Автор фотолары.

Автор:
Читайте нас