Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Октябрь , 12:06

Ашҡынып, һағынып көткән көндәре

Башҡорт яугиры Курск өлкәһендә ҡыҙы менән осрашты...

Ашҡынып, һағынып көткән көндәре
Ашҡынып, һағынып көткән көндәре

Халыҡ фронтының йәштәр ҡанаты ирекмәндәре гуманитар миссия менән эвакуацияланған халыҡҡа һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға килә.

 

Команда составында Лилиә Сәғиҙуллина ла була. Командировка ваҡытында ҡыҙ оҙаҡ күрмәгән атаһы менән осраша, ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Атаһының әлеге ваҡытта Курск йүнәлешендә булыуы тураһында ҡыҙ гуманитар миссияны ойоштороусыларға һөйләй. Халыҡ фронты Атайҙар көнө уңайынан Лилиәгә көтөлмәгән бүләк әҙерләй.

 

Ҡыҙымдың Курскиҙа булыуын белгәс, тәүҙә үҙемде насар тойҙом. Бында тынғыһыҙлыҡ. Был осрашыуҙы ойошторғандарҙың барыһына ла рәхмәт. Көтөлмәгәндә күңелле булды, - тип уртаҡлашты махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: