Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Октябрь 2024, 02:00

Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...

Ҡалабыҙҙың 35-се мәктәп уҡыусыларының бер төркөм ҡыҙҙары уҡыуҙарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалмай, ә үҙҙәренең буш ваҡыттарын дөрөҫ ҡулланып, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеп, Ватанына файҙа килтерә.

Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...
Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...

Атап әйткәндә, улар уҡытыусылары Софья Янченко менән бергә “Аструм” сауҙа үҙәгендә ирекмәндәргә ҡушылып, фронтҡа маскировкалау селтәрҙәре үрә.

– Ҡыҙҙар тиҙ арала маскировка селтәрҙәрен үреү техникаһын үҙләштерҙе һәм эшкә ҡушылып тә китте. тырышалар һәм берҙәм эшләйҙәр, – тип һөйләп үтте уҡыусылары хаҡында Софья Алексеевна.

Ирекмәндәр ҡыҙҙарҙың эшенә һөйөнөп, мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға еңеүҙе яҡынайтыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе.

А.ХӘЙБУЛЛИНА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...
Кис ултырып селтәр үрә ҡыҙҙар...
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас