Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Октябрь 2024, 19:25

"Ашығыс ярҙам" бригадаһы теге донъянан ирҙе ҡайтарған...

Стәрлетамаҡта табиптар алкоголь менән ағыуланыуҙан ирҙең ғүмерен ҡотҡарған.

"Ашығыс ярҙам" бригадаһы теге донъянан ирҙе ҡайтарған..."Ашығыс ярҙам" бригадаһы теге донъянан ирҙе ҡайтарған...
"Ашығыс ярҙам" бригадаһы теге донъянан ирҙе ҡайтарған...

60 йәшлек ир ғаилә мәсьәләләре арҡаһында оҙаҡ эскән. Бер аҙнанан һуң ҡоҫоу, баш әйләнеү һәм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. Ҡатыны ашығыс ярҙам саҡырған.

Адресы буйынса өсөнсө бригада фельдшеры Евгений Айгузин юллана. Ирҙе стационарға алып барырға ҡарар ителә. Дауаханаға юлға сыҡҡанда уның клиник үлеме була. Евгений шунда уҡ икенсе бригаданы ярҙамға саҡыра.

Йөрәк-үпкә реанимацияһы дүрт минут дауам итә һәм аңын, тын алыуын тулыһынса тергеҙеү менән тамамлана. Һуңынан уны 1-се клиник дауаханаға оҙаталар.

Дауаланғандан һуң пациент фельдшерҙарға ҙәр рәхмәт әйтә һәм уның тормошонда башҡа алкоголь булмаясағын вәғәҙә итә.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас