Сыңрар торна күктең йөҙөндә...
– Ана, һалдат ҡайтып килә! – тиеп
Ишеткеләр килә тауҙарҙан.
Тиҙ арала беҙҙең һалдаттар ҙа
Ҡайтып килһә ине яуҙарҙан.
Бейек тауҙар күрә барыһын да,
Күрә хатта һалдат күҙҙәрен.
Урал бөркөттәре Карпатҡаса
Йыртмай илкәйемдең йөҙҙәрен.
– Ана, улым ҡайтып килә! – тиеп
Ҡыуанһындар ине әсәләр.
Насармы һуң, әгәр уландары
Пуля түгел, иген сәсһәләр...
– Ана, һалдат ҡайтып килә! – тиеп
Сыңрар торна күктең йөҙөндә.
Ҡайтып килһә ине бар һалдаттар
Көҙҙөң матур аяҙ көнөндә.
...Сыңрар торна күктең йөҙөндә...
Марсель ХАММАТОВ. Әбйәлил районы.
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар
Таҫмаларҙы алып ҡулдарға,
Беҙҙең ошо изге эштәребеҙ
Тарих булыр килер йылдарға.
Ҡәҙерле ваҡытын йәлләмәйсә
Селтәр үрә апай, инәйҙәр,
Һәр шаҡмаҡҡа таҫма үргән саҡта
Изге теләктәрен теләйҙәр.
Иҫән-имен генә йөрөп ҡайтһын
Яу ҡырынан ғәзиз уландар,
Тыуған яғы көтә бит уларҙы,
Көтә йылға, тауҙар, урмандар.
Тыуған яҡтың йәйге тәбиғәтен
Алып барһын йәшел төҫтәре,
Аҡ төҫтәрҙә аҡ ҡыштарҙы тойоп
Артһын уларҙа рух көстәре.
Һорғолттары көҙгө үлән төҫө,
Ҡаралары тупраҡ төҫө ул,
Ә шулай ҙа нығыраҡ һаҡларға
Йәшкелт-ҡарағусҡыл төҫтәр мул.
Ҡөръән аяттары ла ҡушыла
Һаҡ селтәрҙәге һәр таҫмаға,
Йән йылыһы күсә ҡулдар аша
Һәр көн һайын улар оҫтара.
Иҫән-һау ҡайтығыҙ, һуғышсылар,
Һеҙҙе көткән Башҡортостанға,
Беҙҙең хеҙмәтебеҙ яҡынайтһын
Еңеү килер яҡты таңдарҙы!.
Һаҡселтәрҙәр үрә ҡатын-ҡыҙҙар,
Берәү беҙгә Тыуған ил – Ватан,
Татыулыҡ, берҙәмлек менән көслө
Рәсәй иле һәм Башҡортостан!
Фәүзиә ҠОТЛОҒОЛДИНА – Алтынбикә.
Ғафури районы.
+30 °С
Болотло




