Ишембай, Асҡын, Ғафури, Белорет, Мәләүез, Бүздәк һәм башҡа райондарҙан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан килгән ҡатындар тау итәгендә үҙҙәрен дауалаусы табиптар менән осрашҡандан һуң күмәкләп Торатауға күтәрелгән, Ишембай районының башҡа тәбиғи ҡомартҡыларын да барып күргән. “Беҙ ракка ҡаршы” ойошмаһы етәксеһе Александр Болонистов белдереүенсә, әлегеләй осрашыуҙар пациенттарҙа тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдыра һәм һауығыуҙа мөһим күренеш булып тора.
– Был осрашыу – ниндәйҙер тәжрибә менән уртаҡлашыу, бер-беребеҙҙе йыуатыу ғына түгел, ә беҙ көслө, беҙ берҙәм икәнебеҙҙе иҫбатлау ҙа!
Үкенескә ҡаршы, сир йышайҙы һәм йәшәрҙе лә, әммә беҙ бирешмәйбеҙ һәм көрәшәбеҙ, еңәбеҙ – бына ошо мәғәнәне лә таратырға тырыштыҡ күптән түгел генә арабыҙға килеп ингән ҡыҙҙар араһында. Осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк! – тип белдерҙе сараны ойоштороусыларҙың береһе, үҙе яман шеште еңеп сыҡҡан Рима Мансурова.
Ысынлап та, ниндәй генә сир булмаһын, рухи көстән тора, кешенең ышанысынан тора. Бындай йәшәүгә ынтылыш, күңел күтәренкелегенә һоҡланырға һәм һабаҡ алырға ғына ҡала!..
Г. БҮЛӘК.
Павел БУРКИН фотолары.