Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь , 11:05

Һәр кеше өсөн уңайлы итеү

I төркөм инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник сараларын алыуға сертификат, инвалид баланы реабилитациялауға сертификат йәки бындай баланы ҡарау буйынса пособиены Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында онлайн форматта рәсмиләштерергә мөмкин. Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы (www.gosuslugi.ru) үҙ ассортиментын киңәйтте, өс яңы төбәк хеҙмәтен өҫтәне. Электрон программаларҙа булған хеҙмәттәрҙең өлөшөн арттырыу “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Һәр кеше өсөн уңайлы итеү
Һәр кеше өсөн уңайлы итеү

– Беҙҙең бурыс – дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү һәм уларҙы республиканың һәр кешеһе өсөн уңайлы итеү. Хеҙмәттәрҙе онлайн алыу өйҙән сыҡмайынса ғариза биреүҙе һәм уның статусын күҙәтеүҙе уңайлыраҡ итә. Был ҡатмарлы хәлдәрҙә ярҙамға мохтаж ғаиләләр өсөн айырыуса мөһим, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.

Ғариза биреү процесы ябайлаш-тырылған, ғариза биреүселәрҙән вәкәләтле ойошма ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеү системаһы аша ала алмаған документтар һәм мәғлүмәттәр генә һорала.

– Республикабыҙҙа потенциаль хеҙмәттәр алыусылар менән дә, социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошмалар менән дә эште ойоштороуҙың төрлө механизмдары индерелә. Ғаиләләр араһында яңы һанлы сервистар талап ителә, улар ата-әсәләргә балаларҙы социальлаштырыу, уларҙы реабилитациялау, уҡытыу өсөн бирелгән мөмкинлектәрҙе үҙ аллы ориентирларға мөмкинлек бирә. Беҙҙең дөйөм бурыс – инвалид балалы ғаиләләргә ярҙам сифатын күтәреү, уларҙың уңышлы социаль интеграцияһы өсөн шарттар булдырыу, шул иҫәптән төрлө ярҙам сараларын алыуҙы еңеләйтеү, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Г. ҒӘЛИУЛЛИНА.

Автор:
Читайте нас: