Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2024, 05:46

Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."

Хакимиәт башлығы металл эшкәртеү ҡорамалдары етештереү буйынса ҙур предприятие - «Станоктар эшләү» фәнни-етештереү берекмәһендә булды. 

Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."

Бында 700-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй, ә алдағы ике йылда тағы ла 200-ҙән ашыу кешене эшкә урынлаштырыу планлаштырыла. Ҙур инвестиция проекты сиктәрендә «СТАН» базаһында республиканың станоктар эшләү кластеры булдырыласаҡ. Проект 2028 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул ҡорамалдарҙы ҡойоу һәм йыйыу буйынса ҡеүәттәрҙе модернизациялауҙы һәм төҙөүҙе, һуңынан логистик һәм күргәҙмә үҙәктәрен һәм кәрәкле инфраструктураны булдырыуҙы күҙ уңында тота.

"Быйыл «СТАН» предприятиеһы бөтә рекордтарҙы ла йыға. 9 ай эсендә генә үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар күләме уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 892 процентҡа күберәк. Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта. Предприятиеның перспективалары ҙур булыуына ышанам - тине Эмиль Шәйәмәрҙанов.

Фотолар ҡала хакимиәте сығанаҡтарынан.

Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Эмиль Шәймәрҙанов: "Тимәк, эш хаҡы ла 50 процентҡа тиерлек арта..."
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас