Беҙҙе дөйөм тарихи үткәндәр берләштерә. Дүрт йөҙ йылдан ашыу элек беҙ үҙ дәүләтселегебеҙҙе яҡланыҡ. Халыҡ берҙәмлегендә – дәүләт көсө, уның бөгөнгө сәскә атыуының, киләсәктә уңыштарының һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың нигеҙе. Беҙ шуны асыҡ аңларға тейешбеҙ: бары тик килешеп кенә бөтә проблемаларҙы еңеп сығырға, һәр кешенең йәшәүе өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкин. Беҙҙең дөйөм маҡсат – көслө һәм ирекле Рәсәй!
Һеҙгә ысын күңелдән именлек һәм яңы ҡаҙаныштар, бөтә башланғыстарҙа уңыштар, оптимизм һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем! Байрам менән!
Ихтирам менән,
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.