Аҡҡоштар ғаиләһенең яҙмышы борсой
Балтас районының Яланғас ауылы халҡы аҡҡоштар ғаиләһенең яҙмышы менән борсола.
Ике өлкән һәм биш бала үҙ йәшәгән урындарын оҡшатып, ҡышлау өсөн йылы яҡҡа осмай.
Ауыл халҡы мөрәжәғәт иткәндән һуң, урынға республика экология министрлығы инспекторы сыҡты. Белгестәр ҡоштарҙың ғүмеренә һәм һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай тип баһалай: яраланыу билдәләре юҡ, ә һыуҙы боҙ ҡапламаған. Шуға күрә аҡҡоштарҙы әлегә күҙәтеү дауам итәсәк.