Фестиваль башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын иң яҡшы башҡарыусыларын йыйҙы. Сәскә атҡан Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡунаҡтар килде.
1 ноябрҙә байрам булды! Сара дуҫлыҡ мөхите менән тулды. Төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан килгән конкурсанттар бер-береһе менән таныша һәм аралаша. Сығыуын көтөп торған коллективтар сәхнәгә күтәрелгәндәргә уңыш теләй.
Сығыштар тамамланды. Жюри кәңәшмәгә китте. Ә фестивалдә ҡатнашыусылар тик ултырмай, үҙҙәре йырлы-моңло концерт ойоштора. Ҡурай уйнай, йырҙар йырлай.
Һәм бына тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Жюри ағзалары үҙҙәренең тәҡдимдәрен, кәңәштәрен, баһаларын еткерҙе. Еңеүселәрҙе иғлан иттеләр.
"Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра" фестивалендә шулай уҡ биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары ла ҡатнаша.
Биҙәү-ҡулланма сәнғәте номинацияһында "Башҡорт ҡатын - ҡыҙ биҙәүестәре-түшелдеректәре" тигән эштәрен тәҡдим иттеләр.
Легендар полководец Ҡаһым Мырҙашевтың тыуған яғында йылы ҡабул итеү Айыусы ауылы халҡы тураһында яҡшы хәтер ҡалдырасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Айыусы ауылы "Айыҡ ауыл" проектында ҡатнаша.