Стәрлетамаҡта КВН үҫешеп килә. Ошо көндөрҙә Ҡала мәҙәниәт йортонда көньяҡ йәштәр лигаһының ярымфиналы үтте. Финалға үтер өсөн 8 команда ярышты. Улар Ырымбур, Орск, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Мәскәү ҡасабаһынан йыйылды.
Командалар ныҡлы әҙерләнгән. Һәр береһенең формалары ла сағыу төҫлө бит әле. Өс конкурста ла үҙҙәрен ҡыҙыҡ һәм отҡор итеп күрһәтте!
Үтмәгәндәрҙең кәйефе төшмәне, сөнки улар яңы миҙгелдә яңы көстәр менән килергә маҡсат ҡуйҙылар. Улар үҙ хаталарын аңлап, ярымфиналды дәрес итеп ҡабул итте.
Финалға үткән дүрт команда һеҙҙе 12 декабрь сәғәт 19:00 Ҡала мәҙәниәт йортонда көтөп ҡала!