Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Стәр-летамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр тиф-локомментарийҙар менән әкиәт күрһәтте.
Күреү һәләттәренән өлөшләтә һәм бөтөнләй мәхрүм булған балалар иғтибарына Александр Пушкин әкиәте мотивтары буйынса “Сауҙагәр һәм уның хеҙмәткәре Балда тураһында әкиәт” спектакле тәҡдим ителде. Тамашаны режиссер Фәнис Кәримов ғәҙәти булмаған, музыкаль һәм сағыу итеп ҡуйҙы. Ижадсы билдәләүенсә, һәр образ, һәр күренеш өҫтөндә эшләгән, ул нәҡ ошондай категорияға ҡараған балаларҙы күҙ уңында тотҡан.
Тамашасылар өсөн Татьяна Резяпкина әкиәтте тифлокомментарий менән оҙатып барҙы. Был алым спектаклдең сценарийын сәхнәләге ваҡиғаларҙы мөмкин тиклем теүәл тапшырырға ярҙам итте, бы-ның өсөн ҡорамалдарҙы алдан яраҡлаштырҙылар.
Шуныһын да билдәләү мөһим: махсус тамашасылар өсөн спектакль меценат Алишер Усмановтың “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фондының күреү һәләте боҙолған кешеләргә ярҙам итеү программаһы менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә сәхнәгә сығарылды. Ошондай проекттар ҙа, яңы технологиялар ҙа элек кешеләр өсөн мөмкин булмаған әйберҙәрҙе көндәлек тормошҡа әйләндерә. Әлеге балаларға ла әкиәтте күреү, күрә алыу әкиәт түгел, ысынбарлыҡҡа әйләнде!
...Маңлай күҙе менән күрә алыу ҡиммәт, күңел күҙе менән күрә беләйек. Бындай тамашалар, физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүсе проекттар быйыл ғына түгел, тормошта һәр ваҡыт дауам итергә тейештер. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә генә түгел, берҙәмлегебеҙ ҙә һәр ваҡыт сәскә атһын! Пушкиндың әлеге мәңгелек әҫәре лә беҙҙе уратып алған донъяға мәрхәмәтлек күҙе менән бағырға, уйҙарыбыҙҙа, күңелдәребеҙҙә, йәмғиәттә берҙәм булырға өйрәтә түгелме һуң?..
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
театрҙың әҙәби бүлек етәксеһе.
Вадим ЯМАНҺАРОВ фотолары.