Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
6 Ноябрь 2024, 09:56

ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ, ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..

Йәки, үҙебеҙсә, шәп булды был спектакль, Ешкин кот!*  

ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ,  ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ,  ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..
ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ, ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..

...Был хистәрҙе күптәр кисергәндер күңелендә минең һымаҡ. Хәтерләйһегеҙме: донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшен бөгөнгә тиҙ генә ослайбыҙ ҙа ҡаралы-аҡлы телевизор янына ашығабыҙ. Ҙур ғаилә менән кисен экрандар алдына йыйылабыҙ һәм бына улар: Василий Кузякин, Надежда, уларҙың балалары: Люда, Лёнька, Оля һәм күрше Митя бабай менән Шура инәй пәйҙә була. Хатта кире образ Раиса Захаровнаны ла көтөп ала инек бит...

Атайлы-әсәйле мәлдәрҙе тергеҙеп...

Бынан ҡырҡ йыл элек теше-тырнағы менән тигәндәй ижади эҙләнеүҙәр аша режиссер Владимир Меньшов ҙур экрандарға сығарған был картина, дөрө-ҫөн әйткәндә, сәнғәт әҫәре кимәленән күптән күтәрелеп, “Ирония судьбы”, “Операция “Ы” и другие приключения Шурика” һәм башҡа бик күп фильмдар рәтендә илебеҙҙең һәр ғаиләһенең бер айырылмаҫ өлөшөнә әйләнгәндер. Халыҡ әҫәре һымаҡ улар шуға!
Шул уҡ ваҡытта улар бит бөгөн һәр беребеҙҙең күңелендә күмәк ғаиләләребеҙ усағына алып ҡайтыр, атайлы-әсәйле мәлдәребеҙгә сәйәхәт иттерер яҡтылыҡ, изгелек, паклыҡ таратыусы бер изге күренештәр ҙә һымаҡ...

Шуныһы һөйөнөслө: был сюжет йәнә беҙгә әйләнеп ҡатты! Экрандар тураһында бармай һүҙем, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театры сәхнәһенә ҡайтты ул! Премьера театрыбыҙҙа күптән түгел үтте.

Дөрөҫөн әйткәндә, танылған, хатта тапалған тиһәк тә хата булмаҫ, сюжет, образдар бит. Шуға ҡабатлауҙар, кино күсермәһе булмаҫмы икән тигән шикләнеүҙәр булманы түгел башта күңелдә. Хәйер, мәңгелек әҫәрҙәр, ана, мәңгелек ҡуйылып килә!

Нисек кенә булмаһын, шикләнеүҙәр тәүге күренештән үк юҡҡа сыҡты. Танылған режиссер Мөслим Күлбаев та теше-тырнағы менән ижади эҙләнеүҙәр аша үтеп сығарҙы был спектаклде сәхнәгә, минеңсә. Тамашасы булараҡ та, ошо мөхиттә ҡайнап, әҫәрҙе әҙәби яҡтан баһалап, өҫтөндә эшләшеп йөрөгән кеше булараҡ та әйтә алам быны. Улай ғына ла түгел, актерҙарыбыҙға ла был танылған сюжет, образдарҙа үҙҙәрен яңыса асырға кәрәк ине һәм был һынауҙы йәнә, традицияға һаҡлап, еңеп сыҡты артистарыбыҙ!

Курорт, коктейль, экстрасенс...

Шулай итеп... Совет осоро. Ябай ауыл. Эшсе ғаилә. Дөрөҫөрәге эшкә сумып, көндәлек мәшәҡәттәрҙе барлап ҡына үткән тормош һәм бына ул... Мөхәббәт!.. Башҡа төшкән мөхәббәт мәсьәләһе, дөрөҫрәге. О-о-о, ниндәй бөйөк хистәр! Бөйөк һүҙҙәр! Надежда (Башҡоростандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Кәримова) әйтмешләй, “ундай һүҙҙәрҙе әйтеүе лә әллә нисек бит”, “һауа һымаҡ етмәй тиһәк тә...”. Ә бит, әйтергә кәрәк, доға һымаҡ ҡабатлап та торорға кәрәк, сөнки һин донъя мәшәҡәте менән, балалар тәрбиәһе менән шөғөлләнгән бер мәлдә бәлә Раиса Захаровна (Гөлъемеш Иб-раһимова) сүрәтендә, ана, ишек артында ғына көтөп тора ул!

Эх, Василий, Василий... Күгәрсендәр яратҡан, үҙе лә күгәрсендәй саф күңелле был ир (Рәсил Сынбулатов), ғәйепләмәй булмай, матур тормошҡа, матур һүҙҙәргә ылығып, Люда (Айһылыу Исмәғилова), Лёнька (Фәнил Ҡарасурин), Оляны (Камилла Камалова) етем итеп, ниндәй аҙымға баҫа. Курорт, коктейл, экстрасенс... Шулай кеше ауырлыҡҡа түҙә, еңелгә сыҙай алмай шул, ялтырауыҡлы күренештәргә ҡаршы тороу ай-һай.
Һәр заманға хас

Сюжеттан беләһегеҙҙер, Василий ҡайта барыбер. Ауыр саҡта балалары менән Надяға ут күршеләре Митя бабай (Илгиз Әкимбәтов) менән Шура (Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова) терәк була. Әммә, бер киҫелгән икмәкте кире ялғауы ғына еңел түгел икән дә. Был юлы иһә көндәлек аҡса, эш, “сусҡаларға ашатыуҙан” бигерәк эске донъя, хистәрҙе тәүге планға сығарырға “тура килә”. Ғаилә тормошоноң нигеҙе булып мөхәббәт тора, ошо төшөнсәне иҫкә төшөрөргә, хатта яңыртырға тиһәк тә була, тура килә төп геройҙарға.

...Спектакль совет осоронда барған ваҡиғаны һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта, мәңгелек әҫәр тигәндәй, Владимир Гуркин был пьесаһын бер ваҡыт арауығына, бер дәүергә генә бәйләп, төбәп тә яҙмаған төҫлө. Уйлай китһәк, замана Василийҙары менән бөгөнгө Надялар аҙмы ни? Статистика буйынса былтыр ғына ла айырылышыуға мәжбүр булған ғаиләләрҙең 33 проценты сәбәпте нәҡ “Раиса Захаровналарға” бәйләй... Шуға, тамашасыларҙы уйландырмай ҡалмағандыр спектакль. Бөгөн дә күпме ир йәки ҡатын эш мәшәҡәте, балалар проблемаһына батып төп хистәр, төп һүҙҙәр хаҡында онотоп китә. Кредиттар, гаджеттар, Мысырҙа ял...

Һәр замандың үҙ пробелмаһы ла етерлек, үҙ аҙғынлығы ла... Ә бына мөхәббәт кенә мәңгелек ул! Ир менән ҡатын араһындағы хистәр, Әсәгә, Ватанға, балаларыңа, Кешелеккә булған изге хистәр мәңгелек һәм берәү генә. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш...

Тағы ла бер мәлгә туҡталмай булмаҫ: еңел сюжетлы комедия, тамашасы көлә... Василий менән Надя инде һынауҙар үтеп иртән өйөнә ҡайтҡас Лёнька-Фәнил Ҡарасурин әйтерһең дә магазинға барып ҡайтырға кәрәк тигәндәй еңел генә итеп ҡапыл әрме сафына алынасағы хаҡында әйтә. Зал һаман көлә һәм шул мәл Ләйсән Кәримова Надя образында меңәрләгән әсәләр һағышын сығарып: “Һуғыш өсөн балалар үҫтерәбеҙме ни?” – ти... Көлгән ерҙән йөрәк тертләп китә ошо урында. Бер мәл барыһы һыпырып ташлағандай була. Йәнә бөгөнгө көн күҙ алдына баҫа... Әммә шунда уҡ Рәсил Сынбулатов Василий образында Надяны тынысландырған мәлдә аңыбыҙға төп фекерҙе төшөрә: “Тыуған илде һаҡларға кәрәк!..” Йәнә төп хистәр иҫкә төшә: Ватанға ҡарата һөйөү. Мөхәббәт... Ватан да һөйгән йәр һымаҡ берәү генә!

Вәли бит ул...

Актерҙарыбыҙ үҙҙәренең оҫта-лыҡтарын премьеранан премьера иҫ-батлай килә. Төрлө амплуала эшләүҙе талап иткән ролдәр, төрлө ваҡиғаны, ваҡытты, идеяны сағылдырған пьесаларҙы сәхнәгә сығарырға тура килә уларға. Был юлы иһә артистарға ҡабатланмаҫ итеп уйнарға кәрәк ине, минеңсә. Һәм быны улар үҙебеҙҙең милли мөхиткә яҡынлаштырып, үҙебеҙҙең йәшәйешкә яраҡлаштырып, бөгөнгө тормошҡа яйлаштырып үтеп сыҡты. Төп геройҙа зәңгәр экрандағы Василийҙы түгел, үҙебеҙҙең арала йөрөгән Вәлиҙе таныныҡ, сөнки Рәсил Сынбулатов үҙенә генә хас, башҡа уйнаған ролдәренән беҙгә таныш “ауыл мужигын” ҡойоп ҡуйған ине.

Бында уның күгәрсендәр менән бәйлелеге ябайлылыҡ, саф күңелле булыуына өҫтәлмә асыусы күренеш ине буғай. Башҡа образдарға ҡарата ла был фекерҙе дауам итергә мөмкиндер: Надя, әйтәйек, ошондай һынауҙар булғанда ла сыр-сыу аша түгел, ә күберәген ҡайғы-һағышты эскә йомоп үткәрергә тырышҡан ҡатын булараҡ иҫтә ҡалды – барыһы ла үҙебеҙсә. Йәшлек дәрте менән “кеҫә тулы борсаҡ” тип йәшәгән Ленка, яңғыҙ ҡалыуға ҡарағанда еңел холоҡлолоғо сағылған Раиса Захаровна, барыһы ла был спектаклде үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы итте. Сөнки һәр кемдең күңелендә үҙ күгәрсендәре, үҙ мөхәббәте бар донъяла. Театрыбыҙҙың да үҙ юлы, үҙ сәхнәһе, үҙ моңо бар! Был тамашаны ҡараған һәр залда ултырыусы ла шундай фекерҙә ҡалғанына иманым камил. Шул уҡ ваҡытта шул уҡ тамашасы был спектаклдә үҙ тарихына хас, үҙ тормошона һабаҡ яуаптар ҙа эҙләгәндер, тапҡандыр ҙа. Сөнки һәр кемдең күңелендә үҙ күгәрсендәре, үҙ мөхәббәте бар донъяла...

Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.

Вадим ЯМАНҺАРОВ фотолары.

*Ешкин кот – һүгенеү һүҙе түгел, халыҡ араһында таралған идиомаларҙың береһе.

ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ,  ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..
ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ,  ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..
ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ,  ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..
ҺӘР КЕМДЕҢ КҮҢЕЛЕНДӘ ҮҘ КҮГӘРСЕНДӘРЕ, ҮҘ МӨХӘББӘТЕ БАР ДОНЪЯЛА!..
Автор:
Читайте нас